“БАШСТРОЙ”, БР төҙөлөш индустрияһының 32 пр‑тиеһы, улар иҫәбендә “Башгражданстрой”, Башҡортостан карьер идаралығы, “Башнефтезаводстрой”, “Башстройдеталь”, “Башстройконструкция”, “Белорецкстрой”, “Благовещенскхимстрой”, “Кумертаустрой”, “Мелеузстрой”, “Монолитстрой”, “Салаватстрой”, “Стерлитамакстрой”, Төҙөлөш тресы №3, Трест №21, Өфө тимер-бетон заводы №1, “Эре панелле йорттар төҙөү”, эшмәкәрлеген координациялаусы пр‑тие.

1957 й. Өфөлә Башҡ‑н халыҡ хужалығы советының Төҙөлөш идаралығы булараҡ нигеҙ һалына, 1968 й. алып “Главбашстрой”, 1988 й. — “Б.” терр. идаралығы, 1991 й. — “Б.” терр. берекмәһе, 1993 й. — ААЙ, 2008 й. ябыла.

Ю.Я.Бобылёв

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика