“БАШСПИРТ”, ААЙ. Аҙыҡ сеймалынан этил спирты, ликёр-араҡы продукцияһы етештерә. Өфөлә урынлашҡан. Составында филиалдар: Бөрө спирт‑араҡы комбинаты, Бәләбәй спирт-араҡы комбинаты, Ермолаевка спирт‑араҡы комбинаты, Өфө спирт‑араҡы комбинаты, Стәрлетамаҡ спирт‑араҡы комбинаты. 2011 й. 2722 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

2000 й. “Б.” ДУП‑ы булараҡ нигеҙ һалына, 2006 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.