“БАШСЕЛЬЭНЕРГО”, яңы электротехник ҡорамалдарҙы сафҡа индереү, электр тапшырыу линияларын, трансформатор подстанцияларын төҙөү һәм уларға капиталь ремонт эшләү, электр м‑н тәьмин итеү һәм газ менән тәьмин итеү системаһына, ауылдарҙа соц. инфраструктура объекттарына сервис хеҙмәтләндереүе үткәреү; электротехник продукция етештереү пр‑тиеһы. 1974 й. Өфө р‑ны Нижегородка а. “Башсельхозэнерго” Респ. колхоз-ара производство-энергетика берекмәһе булараҡ нигеҙ һалына, 1986 й. алып “Башкирскагропромэнерго” производство хужалыҡ-ара берекмәһе, 1992 й. — “Уфасельэнерго” ААЙ, 1997 й. — “Башсельэнерго” ассоциацияһы (1993 й. нигеҙләнгән) ҡушылғандан һуң “Б.” ААЙ, 2009 й. ябыла. Составына ремонт оҫтаханаһы (1983 й. нигеҙләнгән) һәм ярҙамсы хеҙмәттәр ингән. Килешеү нигеҙендә 53 пр‑тие, ш. иҫ. 51 “Агропромэнерго” район пр‑тиеһы (Архангел, Мәсетле, Өфө р‑ндарынан башҡа), Приют ремонт-техник пр‑тиеһы, “Агропромсвязь” дәүләт пр‑тиеһы эшмәкәрлегенең координацияһын һәм техник етәкселеген тормошҡа ашырған. 1999 й. 1635 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика