“БАШСЕЛЬСТРОЙМАТЕРИАЛЫ”, төҙөлөш материалдары етештереү пр‑тиеһы. 1991 й. Өфөлә БАССР‑ҙың Агросәнәғәт формированиелары союзы составындағы “Башкирскагропромстройматериалы” тресы (1986 й. нигеҙләнгән) базаһында “Б.” берекмәһе булараҡ нигеҙ һалына, 1993 й. алып «“Б.” тармаҡ‑ара производство берекмәһе» ДУП‑ы, 2007 й. ябыла. Составына 10 бүлендек пр‑тие ингән: Андреевка (Илеш р‑ны, 1971 й. нигеҙләнгән), Бөрө (1984), Тәтешле (1981) кирбес з‑дтары, “Восход” (Баҡалы р‑ны, 1974), “Миәкә” (1977), Мәсетле (1978) кирбес етештереү пр‑тиелары, “Ташҡай” мәғдән булмаған материалдар етештереү пр‑тиеһы (Ҡырмыҫҡалы р‑ны, 1975), Благовещен тимер-бетон изделиелар з‑ды (1976), Мәсетле төҙөлөш материалдары комб‑ты (1980), күп профилле производство-технология комплектацияһы идаралығы (Ҡырмыҫҡалы р‑ны, 1991). 1999 й. 940 кеше эшләгән. Кирбес, тимер-бетон изделиелар, мәғдән булмаған материалдар етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика