“БАШСЕЛЬСТРОЙ”, төҙөлөш-монтаж эштәре башҡарыу, йыйылма тимер‑бетон етештереү, ағас әҙерләү пр‑тиеһы. 1960 й. Өфөлә составына 19 колхоз‑ара төҙөлөш ойошмаһы ингән “Башмежколхозстрой” берекмәһе булараҡ нигеҙ һалына. 1986 й. ошо берекмә һәм “Башсельстрой” идаралығы (1966 й. нигеҙләнгән) базаһында “Башагропромстрой” кооператив-дәүләт берекмәһе ойошторола, 1991 й. алып “Б.” ҡуртым кооператив-дәүләт проект-төҙөлөш берекмәһе, 1992 й. — ААЙ, 2007 й. ябыла. Составына БР‑ҙың 50 районындағы ПМК‑лар, “Агростроймеханизация” ДУП‑ы, 6 ПМК һәм 3 бәләкәй пр‑тиеһы булған “Башкирагропищестрой” тресы, 4 ремонт-төҙөлөш идаралығы һәм 3 ремонт-төҙөлөш участкаһы булған “Башагропромсельстрой” тресы, Нура урман сәнәғәте хужалығы, Стәрлетамаҡ тимер-бетон з‑ды, Өфө урман сәнәғәте хужалығы, Шаҡша керамзит з‑ды һ.б. ингән. 1999 й. 6800 кеше эшләгән. 2000 й. ҡарата “Б.” тарафынан 33 эре малсылыҡ комплексы; Благовещен һәм Мәсетле төҙөлөш материалдары комб‑ттары; Борай, Бөрө, Дүртөйлө, Дыуан һәм Миәкә р‑ндарында кирбес з‑дтары; “Аҡбуҙат” ипподромы; Бөрйән р‑нында аҙыҡ‑түлек комб‑ты һ.б. объекттар төҙөлгән. “Б.” м‑н Е.Ф.Степанов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Ғ.М.Мөлөков

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика