БАШҠОРТОСТАН КЕРАМИКА ЗАВОДЫ, 1934 й. Нуриман р‑ны Көҙөй а. (хәҙ. Иглин р‑ны) нигеҙ һалына, 1938 й. керамик канализация торбаларын етештереү б‑са Таутөмән керамика з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1973 й. алып Б.к.з., 1996 й. — ААЙ, 2005 й. ябыла. Завод составына кислотоупорҙар етештереү, механика, автотранспорт, ремонт-төҙөлөш, электр цехтары ингән (1999). 1999 й. 296 кеше эшләгән. Кислотаға бирешмәүсән изделиелар етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған, яҡын сит илдәргә сығарылған.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика