АБДРАЗАҠОВ Асҡар Әмир улы (11.7.1969, Өфө), йырсы (бас). БР‑ҙың халыҡ артисы (1994). Ә.Ғ.Абдразаҡовтың улы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1994; М.Ғ.Мортазина класы). 1999 й. алып БДОБТ солисы, бер үк ваҡытта 1995 й. башлап Рәсәйҙең Ҙур театры солисы, 2010—11 йй. — БР‑ҙың мәҙәниәт министры. Киң диапазонлы һәм матур тембрлы тауышҡа эйә, уның башҡарыу оҫталығына сағыу артистизм һәм сәхнә һөйкөмлөлөгө хас. Төп партиялары: Собакин (“Батша кәләше” — “Царская невеста”, Н.А.Римский-Корсаков; дебют, 1991), Ҡоншаҡ (“Кенәз Игорь” — “Князь Игорь”, А.П.Бородин), Бөйөк инквизитор һәм Филипп II (“Дон Карлос”), Мысыр батшаһы һәм Рамфис (“Аида”; икеһе лә — Дж.Верди), Борис һәм Пимен (“Борис Годунов”), Досифей һәм Иван Хованский (“Хованщина”; икеһе лә — М.П.Мусоргский), Кочубей (“Мазепа”), Гремин (“Евгений Онегин”; икеһе лә — П.И.Чайковский), Мефистофель (А.Бойтоның ш. уҡ исемле операһы), Дон Жуан һәм Лепорелло (“Дон Жуан”, В.А.Моцарт), Дон Базилио (“Севилья цирюльнигы” — “Севильский цирюльник”, Дж.Россини), Мефистофель (“Фауст”, Ш.Гуно) һ.б. Концерт репертуарында Дж.Пуччиниҙың “Месса Глория”һы, Д.Д.Шостаковичтың 13‑сө симфонияһы, Верди, А.Дворжак, В.А.Моцарттың Реквиемдары (бас партиялары), ватан һәм сит ил композиторҙары операларынан ариялар һәм вокаль әҫ., урыҫ һәм башҡ. халыҡ йырҙары. “Арена ди Верона” (Верона ҡ.), “Ла Скала” (Милан ҡ.), Дж.Верди ис. Опера театрында (Триест ҡ.; бөтәһе лә — Италия), “Реал” (Мадрид), “Лисео” (Барселона ҡ.; икеһе лә — Испания), Дәүләт операһы (Гамбург ҡ., Германия), “Шатле” (Париж), “Метрополитен-опера” театрҙарында һәм “Карнеги-холл” залында (Нью-Йорк ҡ., АҠШ) сығыш яһай. Рәсәй һәм донъяның 12 иле буйлап гастролдәрҙә була. М.И.Глинка ис. Бөтә Союз конкурсы (Алматы, 1991), Ф.И.Шаляпин ис. (Ҡазан, 1993), Көньяҡ Африка ун‑ты (Претория, 1994), М.Каллас ис. (Афина, 1995, Гран-при), С.В.Рахманинов ис. (Мәскәү, 1997) халыҡ-ара конкурстар лауреаты; Ф.Виньяс ис. Халыҡ-ара конкурс дипломанты (Барселона ҡ., Испания, 1992).

С.М.Платонова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке