БАШҠОРТОСТАН КАРЬЕР ИДАРАЛЫҒЫ, мәғдән булмаған төҙөлөш материалдары етештереү һәм балсыҡ сығарыу пр‑тиеһы. 1969 й. Александровка, Князев, Лихачёв (Өфө р‑ны), Ҡытаутамаҡ, Минйәр (Силәбе өлк.) карьерҙары базаһында “Башжелезобетон” (ҡара: “Башстройконструкция”) берекмәһе составында Өфө карьер идаралығы булараҡ нигеҙ һалына. 1979 й. алып Өфө мәғдән булмаған материалдар етештереү пр‑тиеһы, 1987 й. — Б.к.и., 1994 й. — ААЙ, 2007 й. ябыла. Составына Ҡасим (1968 й. нигеҙләнгән), Чесноковка (1971), Вотикеев (1994) карьерҙары; “Александровка” (1966), “Князев” (1969), “Чижов Яр” (1980) сәнәғәт майҙансыҡтары ингән. 1999 й. 200 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙың төҙөлөш комплексы пр‑тиеларына ебәрелгән.

М.И.Пацков

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика