“БАШСЕЛЬМАШ”, а.х. һәм ҡар таҙартыу техникаһы, тупраҡҡа минераль ашламалар һәм эзбиз индереү өсөн машиналар етештереү пр-тиеһы. 1978 й. Нефтекама ҡ. нигеҙ һалына, 1982 й. “Нефтекамсксельмаш” з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1982 й. окт. алып Башҡ‑н а.х. машиналары з‑ды (“Б.” з‑ды), 1996 й.  — “Б.” ААЙ, 2005 й. ябыла. 1991 й. тигеҙ сәсә торған сәскес (Германияның “Франц Кляйне” фирмаһы м‑н берлектә), 1993 й. “Иж” маркалы мотоциклдар өсөн йөк модуле (“Ижмаш” з‑ды м‑н берлектә, Удмуртия), МВУ‑5 машинаһына алмаш комплекс (А.х. механизациялау һәм электрлаштырыу ин‑ты м‑н берлектә, Украина) производствоһы үҙләштерелгән; Т‑40АМ тракторҙары өсөн транспорт һәм ҡар таҙартыу комплекстары эшләнгән. Составына преслау-иретеп йәбештереү, деталдәрҙе механик эшкәртеү, йыйыу-буяу цехтары (бөтәһе лә 1982 й. нигеҙләнгән) ингән. 1999 й. 947 кеше эшләгән. Ашламалар индереү өсөн МВУ‑5 машиналары, сәскестәр, ҡар таҙартҡыстар, төрлө модификациялы кәҫтаҡталар, эләктергестәр, ярым тағылмалар, ҡатнаш юл машиналары, запас частар етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарылған. МВУ‑5 машинаһы СССР ВДНХ-ның көмөш һәм бронза миҙалдарына лайыҡ булған (1984).

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика