“БАШРЕМСТРОЙ”, ААЙ. Торлаҡ йорттар, сәнәғәт һәм соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттарҙы төҙөү һәм ремонтлау эштәрен башҡара. Өфөлә урынлашҡан. 1999 й. 58 кеше эшләгән.

1964 й. 9 ремонт ойошмаһы һәм 5 хужалыҡ иҫәбендәге участка базаһында “Б.” респ. ремонт-төҙөлөш тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1975 й. ПБ‑ға үҙгәртелә, 1991 й. алып дәүләт кооператив пр‑тиеһы, 1993 й. — дәүләт пр‑тиеһы, 1995 й. хәҙ. статусын ала. 2000 й. ҡарата “Б.” тарафынан Бөрө ит комбинаты, Белорет, Бөрө һәм Бәләбәй кирбес з‑дтары, Баҡалы р‑ны Баҡалы а. икмәк ҡабул итеү пункты, 6200 урынға мәктәптәр, 1590 урынға балалар баҡсалары һәм яслеләр, 640 урынға дауаханалар, 116 мең м2 торлаҡ һ.б. объекттар төҙөлә; Опера һәм балет театры бинаһы яңыртып ҡорола.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика