БАШРЕВКОМ ВӘКИЛДӘРЕ СОВЕТЫ, Башҡортостан хәрби‑революцион комитетының 1919 й. 14 майы ҡарары м‑н Саранск ҡ. АСБР‑ҙың Аҡ армиянан азат ителгән терр‑яһында автономия власы органдарын барлыҡҡа килтереү, башҡ. халҡын Ҡыҙыл Армияның башҡ. милли частарына мобилизациялау өсөн төҙөлә. 10 июндән алып Туҡ‑Соран кантонында урынлаша. Совет эргәһендә ҡыҙылармеецтар командаһы (40‑ҡа яҡын кеше) була. Б.в.с. Туҡ‑Соран (4 июлдә) һәм Ҡыпсаҡ‑Ете ырыу кантондарында Советтың съездарын ойоштора, бында кантон революцион ком‑ттары төҙөлә, Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы өсөн 200 кеше мобилизациялана, 534 ат һатып алына, шуның 234‑е Бәләбәй ҡ. Башҡорт айырым кавалерия дивизияһының яңы төҙөлөүсе 3‑сө кавалерия полкына оҙатыла. Башревком Саранскиҙан ҡайтҡандан һуң Б.в.с. бөтөрөлә. Б.в.с. ағзалары: И.И.Мутин, Ф.Н.Төхвәтуллин, рәйесе — Н.В.Зарецкий.

Әҙәб.: Зайтунов Р.Б. Деятельность Башкирского военно‑революционного комитета. Уфа, 2008.

А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика