“БАШПТИЦЕПРОМ”, ААЙ. Йомортҡа, себеш һәм ҡош ите (ҡаҙ, тауыҡ, өйрәк һ.б.), ш. уҡ ҡатнаш мал аҙығы етештереү һәм һатыуҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. “Б.” составына 20 инкубатор‑ҡошсолоҡ станцияһы инә. 2006 й. 280 кеше эшләгән. Ҡоштар һаны 28 мең тәшкил иткән, йомортҡа етештереү — 775 мең дана, себеш сығарыу һәм һатыу — 2,5 млн баш, ҡош ите етештереү — 87 т. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1965 й. “Птицепром” Башҡ‑н тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1987 й. алып “Башкирскптицепром” ПБ, 1997 й. — “Башхлебоптицепром” составында, 2000 й. — “Б.” ДУАХП, 2005 й. хәҙ. статусын ала. 2004 й. тиклем “Б.” составына “Благовар” тоҡомло ҡошсолоҡ з‑ды, Дәүләкән иген продукттары комбинаты №2, “Знаменский” тоҡомло ҡошсолоҡ с‑зы, Туймазы ҡошсолоҡ фабрикаһы, Туймазы элеваторы, “Экстра‑корм” һ.б. ингән. “Б.” м‑н Е.Ф.Кириллова, Т.Ф.Сәйетбатталов, И.К.Ульянов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика