“БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ДИАЛЕКТОЛОГИК АТЛАСЫ” (“Диалектологический атлас башкирского языка”), башҡорт теле диалекттарының тарихи үҫешендә уларҙың таралыу төбәктәрен күрһәткән системалаштырылған диалектологик карталар йыйылмаһы. Н.Х.Мәҡсүтова етәкс. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының тел белгестәре коллективы (С.Ғ.Ғилманова, М.И.Дилмөхәмәтов, У.Ф.Нәҙерғолов һ.б.) тарафынан әҙерләнгән. Атластың нигеҙен 1973–83 йй. “Башҡорт теленең диалектологик атласы өсөн материалдар туплау программаһы” на ярашлы йыйылған материалдар тәшкил итә. Атлас 2 өлөштән тора. 1‑се өлөшөндә инеш мәҡәләләр, белешмә материалдар һәм карталарға аңлатмалар, 2‑сеһендә 162 төп һәм 7 ярҙамсы карта бирелгән. Төп карталар Башҡортостанда, Ҡурған, Свердловск, Силәбе, Һамар, Һарытау, Ырымбур өлк. һәм Пермь крайында йәшәүсе башҡорттарҙың теленең фонетикаһы, морфологияһы, лексикаһы һәм синтаксисының терр. үҙенсәлектәрен сағылдыра. Ярҙамсы карталар тарих, география, этнография, ономастика һ.б. б‑са мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған.

М.И.Дилмөхәмәтов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика