АБАШ МӘҘӘНИӘТЕ, бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡтың 2—3‑сө сирегенә ҡарай. 1925 й. В.Ф.Смолин тарафынан Абаш а. (Сыуашстан) янында асылған ҡәберлек исеме м‑н аталған Абаш мәҙәни‑тарихи берлегенә инә. Башҡортостанда А.м. ҡараған яҡынса 60 ҡомартҡы билдәле, улар Ағиҙел, Дим, Ыҡ һәм Әй йй. басс. тупланған (Баланбаш, Береговка археологик микрорайоны, Һынташтамаҡ ҡурғандары, Төбәк, Йүкәлекүл ҡурғандары, Йомаҡ торамаһы, Ябалаҡлы ҡурғандары һ.б.). Торамалар һыубаҫар урындарҙан өҫтәге киртләстәр майҙанында урынлашҡан. Күп камералы, нигеҙ соҡоро һай булған, тәбиғи материалдар (ҡамыш, ҡабыҡ, үлән) м‑н ябылған 2 йәки 4 яҡлы ҡыйыҡлы ер өҫтөндәге каркаслы ҡоролмалар торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Керамика ҡатмарлы геометрик орнаментлы, онталған ҡабырсаҡ, үҫемлек ҡалдыҡтары, ҡом, шамот ҡушылған балсыҡтан яһалған ҡыңғырау рәүешендәге һәм осло ҡырлы һауыттарҙан ғибәрәт. Етештереү өсөн тәғәйенләнгән һауыттар (металл иретеү табаҡтары) осрай. Таш, һөйәк, саҡматаш, металдан эшләнгән әйберҙәр табылған. Металл эшкәртеү эҙҙәре бар. Ерләү ҡомартҡыларының күбеһе — ҡурғанлы ҡәберҙәр. Ҡурғандарҙың нигеҙе таш плиталар м‑н көпләнгән йәки бағаналар м‑н уратылған. Төбөнә көл, аҡбур, күмер түшәлгән ябай соҡорҙар м‑н бер рәттән эстән таш йәки ағас м‑н көпләнгән ҡәбер камералары асыҡланған. Өҫтө‑өҫтөнә йәки бер нисә мәйет бергә ерләнгән ҡәберҙәр осрай. Төп ерләү ысулдары: салҡан йәки бөгәрләнгән килеш ҡабырғаға ятҡырып, башы м‑н көнсығышҡа йәки көнбайышҡа ҡаратып һалыу. Ҡәберҙәргә аҙыҡ һалынған көршәктәр ҡуйылған. Ир заты ерләнгән ҡәберҙәрҙә ҡорал (хәнйәрҙәр, уҡтар, һөңгөләр), ҡатын-ҡыҙҙыҡында биҙәнеү әйберҙәре (айылдар, беләҙектәр, муйынсаҡтар) табылған.

Абаш мәҙәни‑тарихи берлегенең формалашыу урыны Дондан Көньяҡ Уралға тиклемге терр‑яны алып торған (ул Дон буйындағы урман-дала төбәктәрендә формалашып, артабан Дон, Днепр үренә, Урта Волга буйына һәм Көньяҡ Уралға таралған, тигән фекер бар). Төп хужалыҡ тармаҡтары — малсылыҡ, баҡыр һәм бронза металлургияһы. Тәгәрмәсле транспорт үҫешкән. Абаш ҡәбиләләре Алакүл мәҙәниәте һәм Бура мәҙәниәте халыҡтарының барлыҡҡа килеү компоненттарының береһе булған. А.м. өйрәнеүселәр: В.С.Горбунов, Ю.А.Морозов, К.В.Сальников һ.б.

В.С.Горбунов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018