“БАШОБУВЬБЫТ”, ЯАЙ. Аяҡ кейеме ремонтлау һәм тегеү эштәрен башҡара. Өфөлә урынлашҡан. Составы: 2 цех, һынау лаб. (БР‑ҙың аяҡ кейеме тегеү пр‑тиелары продукцияһын сертификациялай). 2008 й. 67 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла.

1960 й. “Коопремонт” артеле (1939) базаһында Өфө аяҡ кейеме ремонтлау һәм шәхси тегеү ф‑каһы булараҡ нигеҙ һалына, 1972—92 йй. “Б.” ПБ. Составына Бөрө, Ишембай, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡҡ. ф‑калары һәм Белорет, Бәләбәй, Дүртөйлө, Сибай, Учалы ҡҡ., Мәсәғүт а. (Дыуан р‑ны) һ.б. филиалдары инә, 1992 й. улар акциялаштырыла. Өфө ф‑каһы базаһында хәҙ. исемде һәм статусты йөрөткән пр‑тие ойошторола. “Б.” продукцияһы СССР ВДНХ-ның алтын (1982) һәм көмөш (1982), 5 бронза миҙалына лайыҡ була.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика