БАШНЯ ҠОРОЛМАЛАРЫ, бейеклектәре горизонталь үлсәмдәренән (фундаментының диам., нигеҙенең яҡтарынан) күпкә ҙурыраҡ булған инженер ҡоролмалары. Б.ҡ. нефть эшкәртеү һәм нефтехимия заводтарының вертикаль аппараттарын, градирняларҙы, электр тапшырыу линиялары таяуҙарын, төтөн торбаларын, һыу һурҙыртҡыс, теле‑ һәм радиобашняларҙы, цемент, ашлыҡ, силос һ.б. һаҡлау өсөн башняларҙы индерәләр. Башҡортостанда ҙур Б.ҡ. төҙөү 20 б. 50‑се йй. башлап алып барыла. Өфөлә Б.ҡ. өлгөләре — радиотелевизион башня (1959; бейеклеге 180 м), ТЭЦ‑2 (1965—80; 150—180 м) һәм ТЭЦ‑3 (1951; 100 м) төтөн торбалары, ТЭЦ‑2 градирнялары (1984; 60 м) һ.б.

О.Л.Денисов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика