“БАШНИПИНЕФТЬ”, ЯСЙ. 1935 й. Өфөлә “Востокнефть” тресының үҙәк ғилми-тикшеренеү лаб. булараҡ асыла, 1947 й. алып Өфө нефть ғилми-тикшеренеү институты, 1970 й. “Башнефтепроект” ин‑ты м‑н берләшкәндән һуң “Б.” Башҡ‑н нефть сәнәғәте ғилми-тикшеренеү һәм проект ин‑ты итеп үҙгәртелә, 1997 й. башлап “Б.” Башҡ‑н нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин‑ты, 2000 й. — бүлендек пр‑тие, 2003 й. — “Башнефть” АНК‑ның инжиниринг компанияһы. 2004 й. ябыла, уның нигеҙендә “Башнефть” АНК‑ның “Геопроект” бүлендек пр‑тиеһы асыла (2006  й. алып “Башгеопроект”, 2008 й. — “Башнефть-Геопроект”). 2010 й. хәҙ. исем м‑н тергеҙелә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: нефть һәм газды геол. разведкалау эштәрен проектлау һәм техник-иҡт. нигеҙләү, углеводородтар һаҡламын иҫәпләү, нефть ятҡылыҡтарын, газ ятҡылыҡтарын, төҙөлөш-монтаж, ремонт-төҙөлөш һәм юл эштәрен әҙерләү һәм төҙөкләндереүҙе проектлау; нефть һәм газды сығарыу, йыйыу, әҙерләү, ташыу, нефть һәм газ скважиналарын, мәғлүмәт системаларын һәм элемтә системаларын төҙөү һәм капиталь ремонтлау өлкәһендә һынау өлгөләре эшләү һәм яңы ҡорамалдарҙы, технологик процестарҙы, алгоритмдарҙы һәм программаларҙы эшкә ҡушыуҙы ойоштороу; экологик мониторинг; биналар һәм ҡоролмалар төҙөүҙә комплекслы инженерлыҡ тикшереүҙәрен һәм конструкторлыҡ эштәрен башҡарыу һ.б. Институт составында 41 бүлек. 450 ғилми хеҙм‑р араһында 4 ф. д‑ры һәм 30 канд. (2010). Институт тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре б‑са БР‑ҙа 190-лап нефть ятҡылығы асыла, нефть ятҡылыҡтарында скважиналар селтәренең иң ҡулай тығыҙлығы һәм ҡатламды гидравлик асыу технологияһы фәнни рәүештә нигеҙләнә, продуктив ҡатламдарға йоғонто яһау б‑са яңы проект сиселештәре тәҡдим ителә; быраулау эштәре өсөн забой ҡорамалдары камиллаштырыла, скважиналарҙа һәм ҡатламдарҙа тәрәндә тикшереү приборҙары уйлап табыла (бәләкәй габаритлы тәрәндә эшләүсе манометрҙар, термографтар һ.б.); үткәргес торбаларҙы һәм нефть промыслаһы ҡорамалдарын коррозиянан һаҡлау өсөн юғары эффектив компаунд‑системалар һынала һәм файҙаланыуға тәҡдим ителә, 800-ләп уйлап табыу патентлана, ятҡылыҡтарҙы үҙләштереүҙең индустриаль‑куст ысулы тәҡдим ителә һәм файҙаланыуға индерелә.

Дир.: Г.Ф.Маркарян (1935 й. алып), А.И.Илюков (1937 й. алып), А.Г.Сердий (1941 й. алып), Ҡ.Р.Тимерғәзин (1946 й. алып), М.З.Мәүлитова (1947 й. алып), К.А.Байрак (1956 й. алып), А.М.Жданов (1961 й. алып), Г.А.Бабалян (1964 й. алып), Н.Ф.Ҡаһарманов (1980 й. алып), М.Н.Ғәлләмов (1984 й. алып), М.Д.Вәлиев (1998 й. алып), Р.М.Ғиләжев (2000 й. алып), Ғ.Х.Ғәбитов (2003—04), Е.Н.Сафонов (2006 й. алып), Ф.Н.Әхмәтдинов (2008 й. алып). Институт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Әҙәб.: Вклад ученых БашНИПИнефти в развитие нефтедобывающей промышленности Башкортостана. Уфа, 2002; Развитие техники и технологии добычи нефти. Люди. Годы. Уфа, 2002.

М.Н.Ғәлләмов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика