“БАШНИИНЕФТЕМАШ” Башҡортостан нефть машиналары эшләү ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ институты, ДУП. Өфөлә урынлашҡан. 1963 й. Дәүләт нефть машиналары эшләүҙе проектлау ин‑ты филиалы булараҡ асыла, 1967 й. алып Бөтә Союз нефть машиналары эшләү проект‑конструкторлыҡ ҒТИ‑ның Өфө филиалы, 1991 й. — хәҙ. исемен йөрөтә, 1998 й. хәҙ. статусын ала. БР‑ҙа нефтехимия, нефть эшкәртеү һәм нефть‑газ сығарыу ҡорамалдарын проектлау б‑са махсуслашҡан берҙән‑бер пр‑тие, Юғары хәүефле техноген объекттар эксперттары ассоциацияһы (2000 й. алып), Башҡ‑н архитекторҙар һәм проектлаусылар йәмғиәте (2010 й. алып) ағзаһы. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: нефтехимия, нефть эшкәртеү һәм нефть‑газ сығарыу ҡорамалдарын проектлау, уларҙы хәүефһеҙ файҙаланыуҙы тәьмин итеү; БР‑ҙа (“Салаватнефтемаш”, “Уралтехнострой- Туймазыхиммаш”, “Башнефть” АНК һ.б.) һәм унан ситтә пр‑тиеларҙа нефть аппаратураларын реконструкциялау. Ин‑т составында 5 бүлек. 2010 й. 140 кеше эшләгән.

Дир.: А.В.Коханчиков (1963 й. алып), А.Н.Кузнецов (1967 й. алып), Л.Г.Ведерников (1971 й. алып), Б.Е.Сельский (1993 й. алып), Н.А.Перлов (1999 й. алып), В.Э.Никольский (2010 й. алып).

В.Э.Никольский

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика