“БАШНЕФТЬ”, проф. шашка клубы. 1999 й. “Ишимбайнефть” НГДУ‑һы эргәһендә “Нефтсе” клубы булараҡ нигеҙ һалына, 2001 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә; 2002 й. — Өфөлә урынлашҡан. Клубтың ирҙәр командаһы — Европа чемп. (2000—01), Европа шашка конфедерацияһы кубогын яулаусы (2000—01, 2004—07, 2009—10), Рәсәй чемп. (2000—01), Европа шашка конфедерацияһы кубогының көмөш (2003) һәм бронза (2002) призёры; 2000—10 йй. шашка клубтарының Европа рейтингында 1‑се урынды биләй. Ҡатын-ҡыҙҙар командаһы — Европа шашка конфедерацияһы кубогын яулаусы (2002, 2004), Рәсәй чемп. (2000—01, 2004), халыҡ-ара шашка уйындары б‑са клубтар араһында Европа шашка конфедерацияһы кубогының көмөш призёры (2001, 2003, 2010). Тәрбиәләнеүселәре араһында Г.Р.Георгиева, Р.С.Ишембаев, Е.А.Мильшина, Т.М.Танһыҡҡужина. Донъя беренселектәре еңеүселәре: Р.Р.Ишмәтов (2002), А.И.Иҙрисова (2005), А.Р.Шәйбәков (2005, 2008), О.В.Абдуллина (2008), Д.Р.Рысаев һәм М.И.Шәрәфетдинов (икеһе лә — 2010). Европа беренселектәре еңеүселәре: Абдуллина (2002—04), Шәйбәков (2003, 2004), Ә.М.Әминева (2002, 2007), Г.Ә.Әбүбәкерова (2006), Иҙрисова (2004—05, 2007—10). “Б.” командаһы өсөн халыҡ-ара гроссмейстерҙар А.С.Георгиев, В.И.Мильшин, М.А.Амриллаев һ.б. сығыш яһай. “Б.” рәйесе һәм баш тренеры — Ю.В.Черток (1999 й. алып).

Ю.В.Черток

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика