“БАШҠОРТОСТАН—ҺИНДОСТАН”, Башҡортостан Республикаһы һәм Һиндостан халыҡтары араһында ижт. һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында ойошторолған респ. дуҫлыҡ йәмғиәте. Өфөлә урынлашҡан. 1973 й. Совет‑һинд дуҫлығы йәмғиәтенең Башҡ‑н респ. бүлексәһе булараҡ ойошторола, 1992 й. алып хәҙ. статусын һәм исемен йөрөтә. “Рәсәй— Һиндостан” йәмғиәте бүлеге булып тора, Халыҡ дипломатияһы ассоциацияһына инә. Йәмғиәт фәнни‑ғәмәли конф., фото һәм китап күргәҙмәләре, һинд к/ ф фестивалдәре, “Һиндостанды беләһегеҙме?” респ. конкурсы, һинд ашамлыҡтары көндәре һ.б. үткәрә. Совет‑һинд дуҫлығы йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе Һинд‑совет мәҙәниәте йәмғиәтенең Харьяна штаты бүлексәһе м‑н хеҙмәттәшлек итә. Йәмғиәт Бойондороҡһоҙлоҡ көнөн һәм Һиндостан Респ. көнөн байрам итеү б‑са саралар үткәрә. Йәмғиәт ярҙамында 1987 й. Башҡ. Ҡурсаҡ театрында Н.Р.Гусева һәм С.И.Потабенконың “Һинд легендаһы” (“Индийская легенда”) спектакле (реж. П.Р.Мельниченко), 2003 й. “Һинд әкиәттәре” (“Сказки Индии”; реж. И.Р.Әлмөхәмәтов) күрһәтелә, 2001 й. Өфө гарнизонының Офицерҙар йорто бинаһына М.Бәрәкәтуллаға мемориаль таҡтаташ ҡуйыла. Йәмғиәт м‑н Ә.Ғ.Ғүмәров, Рәил Ғ.Кузеев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Әҙәб.: Гумеров А.Г. Обществу дружбы “Башкортостан—Индия” — 30 лет //Рукопожатие через Гималаи. Уфа, 2003.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика