“БАШҠОРТОСТАН—ФРАНЦИЯ”, Башҡортостан Республикаһы һәм Франция араһындағы ижт. һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында ойошторолған респ. дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек йәмғиәте. Өфөлә урынлашҡан. 1993 й. Башҡ‑н респ. Тыныслыҡты һаҡлау комитеты башланғысы м‑н ойошторола. Халыҡ дипломатияһы ассоциацияһына инә. Йәмғиәт ярҙамында 1994 й. ғин. БР‑ға “Ватан сәнәғәтенә ярҙам йәмғиәте” француз делегацияһы килә, улар м‑н респ. ойошмалары экология, сауҙа мәсьәләләре һ.б. б‑са һөйләшеүҙәр алып бара. 1995 й. алып Дижон ҡ. “Эркази” ижт. ойошмаһы м‑н хеҙмәттәшлек итә. Францияның иҫтәлекле даталарына арналған саралар, шиғриәт кисәләре үткәрә. Йәмғиәт БР‑ҙа Франция мәҙәниәте көндәрен үткәреүҙә (1997), Өфөлә француз фотографтарының “Көнсығыштан ел” (1999, 2003), рәссам М.‑К.Пажель күргәҙмәләрен (1997, 1999) ойоштороуҙа, БР һәм Франция уҡыусылары м‑н алмашыуҙа (2000) һ.б. ярҙам итә.

И.Р.Хәйретдинова

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика