АБАЛКИН Леонид Иванович (5.5.1930, Мәскәү — 2.5.2011, шунда уҡ), иҡтисадсы. РФА (1987), Грузия ФА (1996) акад., Белоруссия ФА‑ның сит ил ағзаһы (2000), БР ФА‑ның почётлы акад. (2002). Иҡт. ф. д‑ры (1971), проф. (1972). Г.В.Плеханов ис. Мәскәү халыҡ хужалығы ин‑тын тамамлаған (1952), 1961 й. алып шунда уҡ (1966 й. башлап сәйәси иҡт. каф. мөдире), 1976 й. — КПСС ҮК эргәһендәге Ижт. фәндәр акад. (1978 й. алып сәйәси иҡт. каф. мөдире) уҡыта. 1986 й. башлап РФА‑ның Иҡт. ин‑ты дир., бер үк ваҡытта 1989—91 йй. СССР МС рәйесе урынбаҫары һәм СССР МС‑тың Иҡт. реформаһы б‑са дәүләт комиссияһы рәйесе. Фәнни тикшеренеүҙәре сәйәси-иҡтисадтың теоретик һәм методологик проблемаларына, хужалыҡ механизмы теорияһын эшләүгә арналған. 600‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Вопросы экономики”  (“Иҡтисад мәсьәләләре”) ж. баш мөхәррире. Халыҡтар дуҫлығы (1986), Почёт (2005), 3‑сө (2010) һәм 4‑се (2000) дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Политическая экономия и экономическая политика. М., 1970; Хозяйственный механизм развитого социалистического общества. М., 1973; Новый тип экономического мышления. М., 1987.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке