“БАШҠОРТОСТАН ХӘРБИ ИНҠИЛАБИ КОМИТЕТЫНЫҢ МӨХБИРЕ” (“Башҡортостан хәрби‑революцион комитетының хәбәрҙәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Башҡорт хәрби- революцион комитеты органы. Бөрйән‑Түңгәүер кантоны Темәс а. аҙнаһына 2 тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыға. 1919 й. март-апр. (Башҡорт ғәскәре совет власы яғына күскәндән һуң) “Йәшәһен социализм нигеҙенә ҡоролған Россия шуралар йөмһүриәте!”, “Йәшәһен сикләнгән ерле хөр башҡорт иле!” лозунгылары аҫтында нәшер ителә. Тәүге һанында “Нигә шуралар яғына сыҡтыҡ?” мәҡ., Ш.Бабичтың “Яраштыҡ” шиғыры, Башҡорт хөкүмәтенең фармандары, бойороҡтары һәм ҡарарҙары баҫтырыла. Башҡ‑н ХРК Саранск ҡ. күскәс ябыла.

Әҙәб.: Хөсәйенов Ғ.Б. Башҡорт халҡының рухи донъяһы=Духовный мир башкирского народа. Өфө, 2003.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика