“БАШҠОРТОСТАН ХӨКҮМӘТЕНЕҢ ТЕЛЕ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Башҡорт хөкүмәтенең органы. Ырымбур ҡ. 1918 й. 20 авг. аҙнаһына 2 тапҡыр иҫке башҡорт телендә (материалдарҙың бер өлөшө урыҫ телендә) сыға башлай. “Башҡорт” һәм “Башҡорт тауышы” гәз. берләшеүе һөҙөмтәһендә булдырыла. “Яңы ваҡыт” типографияһында баҫтырыла. “Йәшәһен эшселәр төҙөгән йәмғиәт!”, “Йәшәһен автономиялы Башҡортостан!” лозунгылары аҫтында нәшер ителә. Гәзиттә Башҡ. хөкүмәтенең бойороҡтары, ҡарарҙары, большевиктарға ҡаршы мәҡәләләр баҫыла. Мөхәррирҙәре: Х.Ғ.Ғәбитов, Ғ.Р.Фәхретдинов. Ябылыу ваҡыты билдәһеҙ.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика