БАШҠОРТОСТАН ХАЛЫҠ ПАРТИЯҺЫ, ижт.‑сәйәси ойошма. 1990 й. Өфөлә ойошторола, 2002 й. үҙе тарҡала. “Беҙҙең йорт — Рәсәй” ижт.-сәйәси партияһының респ. бүлексәһе ағзаһы булып тора, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), “Урал” ижт.‑сәйәси ойошмаһы, Башҡорт йәштәре иттифағы һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Ҡала (Яңауыл ҡ. башҡа) һәм район бүлектәре була. Б.х.п. дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарында башҡорттарҙың һ.б. халыҡтарҙың мәнфәғәтен яҡлай, респ. халҡын сәйәси акцияларҙа, үҙәк һәм урындағы власть органдарына һайлау кампанияларында ҡатнашыуға йәлеп итә. Партия м‑н Р.Х.Ниғмәтуллин, Ғ.А.Хисамов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Ә.М.Боҫҡонов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика