АБАКУМОВ Алексей Алексеевич (20.9.1946, Ишембай ҡ.), инженер‑радиоэлектроник. Техник ф. д‑ры (1985), проф. (1987). Томск радиоэлектроника һәм электрон техника ин‑тын тамамлаған (1969). 1967 й. алып Салауат нефтехимия комб‑тында, 1968 й. — “Ишимбайнефть” нефть промыслаһы идаралығында эшләй, 1969 й. башлап Нефть техникумында (Ишембай ҡ.), 1972 й. — ӨНИ‑нең Салауат филиалында уҡыта, 1986 й. алып баш ин‑ттың (Өфө) электротехника каф. мөдире. 1987 й. алып “МИФИ” Ядро милли тикшеренеү ун‑ты филиалы — Обнинск атом энергетикаһы ин‑тының электротехника һәм электроника каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1999 й. башлап “Интроско” Үткәргес торбаларҙы диагностикалау үҙәгенең (Обнинск ҡ.) ген. директоры. Фәнни эшмәкәрлеге емермәүсе контролдең электр‑магнит ысулдарына (ҡара: Дефектоскопия) арналған. А. магнитлы интроскопия ысулын, дефекттар һүрәтен эшкәртеү, уларҙың геом. үлсәмдәрен иҫәпләү һ.б. өсөн телевизион иҫәпләү сараларын эшләй. 90 фәнни хеҙмәт һәм 94 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Магнитная диагностика газонефтепроводов. М., 2001 (авторҙ.); Зарождение магнитоскопии подземных трубопроводов: воспоминания. М., 2005.

В.А.Потеряхин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке