БАШҠОРТОСТАН ТРОЛЛЕЙБУС ЗАВОДЫ, ААЙ. Троллейбустар һәм уларға комплектлау деталдәре етештерә, троллейбустарға капиталь ремонт үткәрә. Өфөлә урынлашҡан. Составы: троллейбустар йыйыу, кузовтар етештереү, механика, энергетика- механика, инструмент һәм транспорт цехтары. 2010 й. 205 кеше эшләгән. 1998 й. тәүге троллейбус сығарыла, 2011 й. ҡарата 4 модель (7 модификация) етештереү үҙләштерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын сит илдәргә сығарыла.

1968 й. нигеҙ һалына, 1980 й. Өфө трамвай-троллейбус ремонтлау з‑ды булараҡ файҙаланыуға индерелә, 1993 й. алып муниц. пр‑тие, 1994 й. хәҙ. статусын ала, 1999 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018