БАШҠОРТОСТАН ТАУАР БИРЖАҺЫ, а.х. һәм сәнәғәт продукцияһы м‑н биржа сауҙаһы б‑са килешеүҙәр, ш. уҡ дәүләт килешеүҙәренең бер өлөшөн теркәй һәм БАССР м‑н РСФСР‑ҙың башҡа төбәктәре араһында тауар алмашыуҙы тормошҡа ашыра. 1922 й. Башҡ‑н тауар биржаһы үҙәге (һуңыраҡ — Б.т.б.) булараҡ ойошторола, 1927 й. ябыла (ҡара: Биржа). Респ. р‑н үҙәктәрендә (Белорет, Бөрө, Бәләбәй, Дәүләкән, Йылайыр, Мәсәғүт, Стәрлетамаҡ, Яңауыл) Б.т.б. вәкилдәре эшләгән. 1922—25 йй. эсендә дөйөм биржа әйләнеше 18,5 тапҡырға артҡан; 47,2 млн һумға 13895 килешеү теркәлгән (һатыу әйләнешенең 25%‑ын иген-фураж тауарҙары тәшкил иткән, 16%‑ын — металдар, 16,1%‑ын — текстиль һ.б.).

Х.Б.Аҫылғужин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика