“БАШҠОРТОСТАН СӘСКӘЛӘРЕ”, ЯАЙ. Сәскәләрҙең һәм декоратив үҫемлектәрҙең, йәшелсә культураларының ултыртыу материалдарын, питомниктар продукцияһын һ.б. (ҡара: Сәскәселек) етештереү һәм һатыу эшен башҡара. Өфөлә урынлашҡан. Составы: сәскәләр, сәскә һәм йәшелсә үрсетмәләре үҫтереү өсөн йыл әйләнәһенә эшләгән 14 теплица; һыу м‑н тәьмин итеү, һыу таратыу, автотранспорт, электр цехтары, һатыу бүлеге һ.б. 2011 й. 90 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 216,6 га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ер — 118,0 га; ябыҡ грунт — 3,7 га. Етештереү (мең дана): сәскә ҡырҡымдары — 219, сәскә үрсетмәләре — 100047, йәшелсә үрсетмәләре — 157; асыҡ грунтта: ағас үрсетмәлектәре — 7, ҡыуаҡ үрсетмәлектәре — 8. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

1974 й. “Б.с.” с‑зы булараҡ ойошторола, 1990 й. алып а.х. ҡуртым пр‑тиеһы, 1993 й. — ААЙ, 2009 й. хәҙ. статусын ала. СССР ВДНХ‑ның көмөш һәм бронза миҙалдары м‑н бүләкләнгән (1972—86).

М.У.Фәхретдинова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика