БАШҠОРТОСТАН РӘСӘЙ ҺӘМ ЯҠЫН СИТ ИЛ ХАЛЫҠТАРЫ ӘҘӘБИӘТЕНДӘ. Башҡортостандың тарихы һәм бөгөнгөһө, уның мәҙәниәте төрлө халыҡтарҙың нәфис әҙәбиәтендә сағылыш таба. Башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың тел, рухи һәм терр. яҡынлығы татар яҙыусыларының Башҡортостан т‑да байтаҡ әҫәрҙәре барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе була. 20 б. башында яҙылған Ғ.Ғ.Исхаҡиҙың “Осрашыу, йәки Гөлгизәр” (“Встреча, или Гюльгизар”; 1903) повесы, Д.Ғ.Ғөбәйдиҙең “Башҡорт ҡыҙы Маһинур” (“Башкирская девушка Магинур”; 1909) поэмаһы рев‑цияға тиклемге Рәсәйҙә башҡ. халҡының хәлен һүрәтләй; Ғ.Туҡайҙың “Махсус мәҡәлә” (1912) очеркында 20 б. башындағы Өфөнөң соц.-сәйәси тормошо тасуирлана. Н.Иҫәнбәттең “Һәнәк һуғышы” (“Вилочный бой”; 1925) киноповесы, Ҡ.Нәжмиҙең “Татарҙар һәм башҡорттар Ҡыҙыл Армия сафтарында” (“Татары и башкиры в рядах Красной Армии”; 1925) һәм “Ҡыҙыл фронттарҙа” (“На красных фронтах”; 1929) очерк китаптары, Ш.Х.Усмановтың “Һуңлаған бойороҡ” (“Запоздавший приказ”; 1932) драмаһы һәм “Легион юлы” (“Путь легиона”; 1936) повесы, Х.Саҙриҙың “Беҙҙең таң” (“Наша заря”; 1937) повесы, Ғ.Б.Бәшировтың “Ҡунаҡ” (“Гость”; 1940) хикәйәһе һ.б. Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышына; Ғ.С.Әбсәләмовтың “Ғәзинур” (“Газинур”; 1951) һәм “Мәңгелек кеше” (“Вечный человек”; 1960) романдары, Ш.Мөҙәррис һәм А.Әхмәт очерктары Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған. Татар һәм башҡ. нефтселәренең көндәлек хеҙмәте И.Ғәзиҙең “Ҡала артында, Ҡазан артында” (“За городом, за Казанью”; 1954), Ғ.Ахуновтың “Хазина” (“Клад”; 1963) һәм “Хужалар” (“Хозяева”; 1968) романдарында сағылдырыла. Шағирҙар Н.Ғ.Арыҫланов, М.Йәлил, Ш.Маннур, М.Саҙри, Х.Туфан, Ғ.Хужи, М.Хөсәйен һ.б. үҙҙәренең шиғырҙарында Башҡортостанды, башҡ. һәм татар халҡы дуҫлығын данлай. Сығышы м‑н Башҡортостандан булған татар яҙыусылары Ә.Баян, Ғәлимйән Ғ.Ибраһимов, Ә.Йәнекәй, З.Һаҙый, С.Хәсән, М.Әмир, И.Ғ.Юзиев һ.б. ижадында Башҡортостан темаһы айырым урын биләй (ҡара: Татар әҙәбиәте).

Сыуаш әҙәбиәтендә башҡ. темаһы Я.Ухсайҙың “Тудимер” (1941) драмаһында барлыҡҡа килә, унда Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осоронда башҡорттар м‑н сыуаштарҙың бергә көрәшеүе һүрәтләнә. П.В. Афанасьевтың “Мәңгелек дуҫлыҡ” (“Вечная дружба”), В.И.Давыдов-Анатриҙың “Алдарыңда баш эйәм” (“Преклоняю голову перед тобой”), Ю.Семендерҙың “Ыҫлаҡбашта” (“В Слакбаше”), Я.Ухсайҙың “Өфө баҙары” (“Уфимский базар”), “Көҙгө октавалар” (“Осенние октавы”) һәм “Айбикә” (“Айбика”), П.Хузангайҙың “Шағир — шағирға” (“Поэт — поэту”), М.Н.Юхманың “Ағиҙелдә аҡ тулҡындар” (“На Белой — белые волны”), “Салауат һәйкәле янында уйланыуҙар” (“Раздумья у памятника Салавату”), П.Ялгирҙың “Берҙәм дуҫлыҡ тауышы” (“Голос единой дружбы”) шиғырҙарында сыуаш һәм башҡ. халҡы дуҫлығына дан йырлана. Сыуаштарҙың 19 б. Башҡортостанға күсеү тарихы Ф.Н.Вуколов-Эрликтың “Бәхет эҙләүселәр” (“Искатели счастья”; 1966) һәм В.В.Погильдяковтың “Ҡурай” (“Курай”; 1970) повестарында һүрәтләнә. В.Енеш хикәйәләре Башҡортостанда тыуып үҫкән сыуаштарға арналған.

Башҡортостандағы мариҙарҙың 20 б. башындағы тормошо Я.Ялкайндың “Ҡуласа” (“Круг”; 1937) романында сағылдырыла. К.Васиндың “Батырҙар йыры” (“Песня батыров”; 1942) повесында 19 б. ваҡиғалары, мари, башҡорт һәм татарҙарҙың батша хөкүмәтенә ҡаршы көрәше һүрәтләнә. Башҡортостан тәбиғәтенә С.В.Николаевтың “Ҡайһы берҙә дуҫтар әйтә” (“Друзья иногда говорят”), А.Т.Михайловтың “Өфөгә килдем” (“Приехал в Уфу”), “Тыуған ер” (“Родная земля”), И.Осминдың “Ағиҙел буйҙарын иҫләнем” (“Вспомнил берега Агидели”), Я.Ялкайндың “Матур Ағиҙел буйҙары” (“Прекрасны берега Агидели”), “Минең Башҡортостаным” (“Моя Башкирия”) һ.б. шиғырҙары арналған (ҡара: Мари әҙәбиәте). М.А.Коноваловтың “Ғаян” (“Гаян”; 1936) тарихи романында башҡорттар м‑н удмурттарҙың 1773—75 йй. Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыуы һүрәтләнә. С.А.Самсоновтың “Кама өҫтөндә күк күкрәй” (“Над Камой гремит гроза”; 1968) повесы геройы — башҡорт Шамил Ҡәҙермәнов — Сарапул өйәҙендә совет власы өсөн көрәшә. Р.Г.Вәлишиндың яҡташтары — БАССР-ҙың Ҡалтасы р‑ны халҡы — уның “Елдәр тауы” (“Гора ветров”; 1978) повесы геройҙарының прототиптары була. А.С.Бутолиндың “Ҡурай һәм чипчирган” (“Курай и чипчирган”) һәм М.П.Покчи-Петровтың “Ҡурай” (“Курай”) шиғырҙарында милли музыка ҡоралдарын сағыштырыу халыҡтар дуҫлығы м‑н оҡшатып бирелә (ҡара: Удмурт әҙәбиәте). Ҡаҙаҡ әҙәбиәтендә Башҡортостан темаһы И.Джансугуровтың “Иптәштәр” (“Товарищи”; 1933) һәм С.Сәйфуллиндың “Беҙҙең тормош” (“Наша жизнь”; 1935) романдарында, И.Есенберлиндың “Ҡарғыш” (“Проклятье”; 1969), “Сихырланған ҡылыс” (“Заговорённый меч”; 1971) һәм “Өмөтһөҙлөк” (“Отчаяние”; 1973) тарихи романдарында, С.Мәүленовтың “Ағиҙел буйҙарында” (“На берегах Агидели”) шиғырҙар циклында, Т.Абдрахманованың “Һаумыһығыҙ!” (“Здравствуйте!”), Г.Джумабаевтың “Беҙҙең илдең данлы улы” (“Славный сын нашей страны”), Т.Ж.Жароковтың “Ағиҙел йылғаһы” (“Река Белая”), “Туймазы”, “Аҡманай” (“Акманай”), Б.Ғ.Исҡаҡовтың “Сәләм һиңә, алтын Өфө!” (“Привет тебе, золотая Уфа”), С.К.Машаковтың “Сәләмләйем һеҙҙе!” (“Приветствую вас!”), С.М.Моҡановтың “Юлаевтар” (“Юлаевы”), С.Сәйетовтың “Башҡортостан — яҡын ер” (“Башкортостан — близкая земля”) шиғырҙарында һ.б. сағыла. Үзбәк яҙыусыһы М.Мөхәмәтжанов үҙенең “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡыуы хаҡында “Тормош биттәре” (“Страницы жизни”; 1928) повесын яҙа; Ғ.Гөләм “Етмеш йәшлек егеткә” (“Семидесятилетнему джигиту”) исемле шиғри хаты м‑н С.Ҡудашҡа мөрәжәғәт итә; Х.Полат үҙенең шиғырҙарын М.Ғафуриға [“Өлкән аға Мәжит” (“Старший брат Маджит”) һ.б.] бағышлай. М.Ғәләүиҙең “Яраттым һине” (“Полюбила тебя”) һәм М.Икрамиҙың “Ҡарт ҡарағай” (“Старая сосна”) шиғырҙарында Башҡортостан т‑да уйланыуҙар бар. Б.В. һуғышы йылдарында Өфөгә эвакуацияланған Украина яҙыусылары үҙҙәрен һыйындырған ергә битараф ҡалмай. Уларҙың хис-тойғолары М.Ф.Рыльский, В.Н.Сосюра, П.Тычина һ.б. әҫәрҙәрендә сағылыш таба. И.А.Кочерганың “Туҫтаҡ” (“Чаша”; 1942) драмаһы, П.Панчтың “Калинов күперендә” (“На Калиновом мосту”) хикәйәләр һәм повестар йыйынтығы, О.Гончарҙың “Байраҡсылар” (“Знаменосцы”; 1946—48) трилогияһы украиндарҙың Өфөләге тормошон һүрәтләй. Өфөнөң оборона заводтарының береһендә тыл хеҙмәтсәндәренең героизмы Н.С.Рыбактың “Ҡорал беҙҙең менән” (“Оружие с нами”; 1943) романында сағылдырыла. П.Гуцалдың “Янғантауға” (“К Янгантау”), А.И.Кацнельсондың «“Башҡортостан” ҡунаҡханаһында» («В гостинице “Башкирия”»), М.Нагнибеданың “Өфөгә хат” (“Письмо в Уфу”) һәм “Башҡортостан йылғалары” (“Реки Башкирии”), П.Реброның “Мөхәббәт билдәләре” (“Знаки любви”) һәм “Башҡортостанға хат” (“Послание в Башкирию”), В.Юхимовичтың “Һеҙ Рәхимов түгелме?” (“Вы не Рахимов?”) шиғырҙары башҡорт м‑н украин дуҫлығына арналған. Латыш Я.Судрабкалн (“Башҡорт латышса һөйләшә” очеркы, 1945) һәм В.Спаре [“Тирлән ҡыҙҙары” (“Тирлеанские девчонки”) повесы, 1970], литвалар Р.Будрис (“Башҡортостан ҡалалары һәм йылғалары буйлап”, 1955) һәм М.Барисас (“Салауат шишмәһе” очеркы, 1968), эстондар К.Койт (“Йылъяҙманы аҡтарғанда, йәки Башҡортса Минһаж, эстонса Мику исемле ирҙең тарихы” очеркы, 1962) һәм И.Труль (“Башҡортостанға сәйәхәт” очеркы, 1963) һ.б. Башҡортостан кешеләре т‑да әҫәрҙәр ижад итә.

Башҡ. темаһы ҡырғыҙ Т.Байзаков [“Йәшел донъя” (“Зелёный мир”)], төрөкмән Р.Алиев [“Башҡортостан” (“Башкортостан”)], ҡарағалпаҡ Ж.М. Аймурзаев [“Фәниләгә” (“Фаниле”)], кабардин А.А.Шогенцуков [“Һиңә сәләм килтерҙем” (“Принёс я тебе привет”)], балҡар М.Геттуев [“Салауат батыр” (“Салават-батыр”), “Башҡорт тәьҫораттары” (“Башкирские впечатления”), “Ҡымыҙ” (“Кумыс”)], карел О.Мишин [“Һабантуй” (“Сабантуй”)] һ.б. шиғырҙарында яңғырай. Бүрәт яҙыусыһы А.А.Бальбуров “Йырҙар етем ҡалмай” (“Песни не сиротеют”; 1964) хикәйәһендә бүрәттәрҙең һәм башҡорттарҙың тарихи үткәнен һүрәтләй. Грузин Х.М.Берулава, әзербайжан С.Таһир, авар Р.Ғ.Ғамзатов, балҡар Ҡ.Ш.Кулиев, ҡалмыҡ Д.Н.Кугультинов, мордва Н.Эркай, удмурт Ф.И.Васильев һ.б. үҙҙәренең шиғырҙарын М.Кәримгә арнай. Башҡортостан т‑дағы хикәйәләр һәм шиғырҙарҙың күбеһе башҡорт теленә тәржемә ителгән.

 

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика