“БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ МАТБУҒАТ ЙЫЛЪЯҘМАҺЫ”, дәүләт библиографик иҫәпкә алыу‑теркәү белешмәһе. Китап палатаһы тарафынан квартал һайын башҡ., урыҫ һәм татар телдәрендә нәшер ителә. Белешмә БР‑ҙа башҡ., урыҫ һәм татар телдәрендә сыҡҡан матбуғат баҫмалары исемлеген үҙ эсенә ала: китап продукцияһы (китаптар, брошюралар һ.б.), ваҡытлы матбуғат баҫмалары (район һәм ведомство гәзиттәренән башҡа), гәзит һәм журнал мәҡ., һынлы сәнғәт баҫмалары (плакаттар, портреттар, күсермәләр, открыткалар һ.б.), нота баҫмалары; ш. уҡ БР т‑да респ. ситтә сыҡҡан матбуғат материалдары. Бүлектәре: “Китап йылъяҙмаһы”, “Журнал һәм гәзит мәҡәләләре йылъяҙмаһы”, “Һынлы сәнғәт әҫәрҙәре йылъяҙмаһы”, “БР‑ҙың ваҡытлы матбуғат йылъяҙмаһы”, “Рецензиялар йылъяҙмаһы”, “Ноталар йылъяҙмаһы”, “Библиографик әсбаптар күрһәткесе”, “Башҡортостан Республикаһы РФ матбуғатында”. Ярҙамсы күрһәткестәре бар: исемдәр, геогр., предмет һ.б. 1934 й. алып “Башҡортостан үҙәк китап палатаһының 193... йыл өсөн китап йылъяҙмаһы” ис. м‑н сыға, 1941 й. — “Китап йылъяҙмаһы”, 1968 й. — “Башҡортостан матбуғаты йылъяҙмаһы”, 1981 й. — “Башҡорт АССР‑ы матбуғаты йылъяҙмаһы”; 1992 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. 1942—46 йй. нәшер ителмәй; был йылдар өсөн белешмәләр 1948—52 йй. төҙөлә һәм нәшер ителә.

Ә.Ҡ.Барғусова, С.А.Ғәлиева

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика