БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНДА КЕШЕ ХОҠУҠТАРЫ БУЙЫНСА ВӘКИЛ, кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм иректәрен дәүләт яҡлауын, уларҙың дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары һәм вазифалы кешеләрҙең үтәүен тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тәғәйенләгән вазифалы кеше. Башҡортостанда вазифа 1996 й. Кеше хоҡуҡтары б‑са БР вәкиле булараҡ раҫлана, 2007 й. алып хәҙ. исемдә. Вәкил эшмәкәрлеге РФ һәм БР Конституциялары, “Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында” БР Законы (2007) м‑н көйләнә. Кеше хоҡуҡтары һәм өлкәһендә етерлек белеме һәм уларҙы яҡлау б‑са тәжрибәһе булған, 35 йәше тулған РФ гражданы Башҡортостан Республикаһы Президенты тәҡдиме б‑са 5 йылға тәғәйенләнә. РФ, сит ил граждандары һәм гражданлығы булмаған кешеләр тарафынан власть органдарының, вазифалы кешеләрҙең ҡарарҙары йәки эш итеүҙәре (эш итмәүҙәре) өҫтөнән бирелгән, адм. йәки суд тәртибендә ҡаралған, ләкин мөрәжәғәт итеүсене ҡәнәғәтләндермәгән ялыуҙарҙы тикшерә. Вәкил БР закон сығарыу һәм башҡарма власть органдары ултырыштарында булырға; уларға граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм иректәре тәьмин итеү б‑са иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр ебәрергә; граждандар хоҡуҡтарын һәм иректәре боҙоу факттары б‑са компетентлы дәүләт органдары алдында — дисциплинар йәки адм. эш ҡуҙғатыуҙы, БР Прокуратураһы алдында көсөнә ингән суд актын тикшереүҙе юлларға; власть органдары һәм вазифалы кешеләр эшмәкәрлеген тикшереүҙе тормошҡа ашырырға; РФ һәм БР ҡануниәтен үҙгәртеү б‑са тәҡдимдәр м‑н сығыш яһарға; конституцион хоҡуҡтарҙы һәм иректәрҙе боҙоуға бәйле БР Конституция Судына мөрәжәғәт итергә һ.б. хоҡуҡлы. Вәкил ҡарамағында консультация ярҙамы күрһәтеү өсөн эксперт советы эшләй. БР Президентына, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә, БР Конституция Судына, БР Юғары Судына, БР Арбитраж Судына, БР Прокурорына БР-ҙа кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм иректәрен күҙәтеү т‑да йыллыҡ доклад ебәрә. Вәкилгә 2005 й. 892 ялыу килә, 2006 й. — 911, 2007 й. — 781, 2008 й. — 785, 2009 й. — 808. БР-ҙа К.х.б.в.: С.Б.Ғәзизов (1996 й. алып), Ф.Ғ.Тоҡомбәтов (2005 й. алып), Р.Ф.Ҡәйүмов (2009 й. алып).

Р.Ф.Ҡәйүмов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика