БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ДӘҮЛӘТ ЙЫЙЫЛЫШЫ — ҠОРОЛТАЙ, дәүләт власының юғары һәм берҙән-бер закондар сығарыусы (вәкәләтле) органы. БР Конституцияһы, БР-ҙың 2002 й. 30 дек. “Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тураһында” ғы законы, БР һәм РФ-тың башҡа норматив-хоҡуҡи акттарына ярашлы эш итә. БР Юғары Советының хоҡуҡ вариҫы. 1-се һәм 2-се саҡырылыш БР Д.Й. — Ҡ. Закондар сығарыу палатаһы һәм Вәкилдәр палатаһынан торған. Закондар сығарыу палатаһы (30 деп.) даими нигеҙҙә эшләй, Вәкилдәр палатаһы (142 деп.), кәрәклегенә ҡарап, йылына кәмендә 4 тапҡыр йыйыла. 4 йылға бер һайлана. 2003 й. алып БР Д.Й. — Ҡ. бер палаталы, 120 деп. тора, шуларҙың 17-һе даими һөнәри нигеҙҙә эшләй; 5 йылға һайлап ҡуйылалар. БР Д.Й. — Ҡ. ҡарамағына БР Конституцияһын ҡабул итеү, уға үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү; БР‑ҙың идара итеү даирәһе б-са һәм РФ м‑н БР‑ҙың берлектә идара итеү даирәһе б‑са БР вәкәләттәре сиктәрендә закондар көйләнешен тормошҡа ашырыу; БР закондарына аңлатма биреү, уларҙың үтәлешен контролдә тотоу; БР-ҙың соц.-иҡт. үҫеше программаларын раҫлау; БР бюджетын һәм уның үтәлеше т‑дағы отчётты раҫлау; БР-ҙың административ-территориаль ҡоролошон һәм уны үҙгәртеү тәртибен билдәләү; БР сиктәрен үҙгәртеүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү; БР килешеүҙәрен төҙөүҙе һәм уларҙы өҙөүҙе раҫлау; БР референдумын, БР Д.Й. — Ҡ. депутаттарын һайлауҙы үткәреү тәртибен раҫлау; РФ Президенты тәҡдим иткән кандидатураға Башҡортостан Республикаһы Президенты вәкәләттәрен биреү т‑да ҡарар ҡабул итеү; БР Д.Й. — Ҡ. Рәйесен һәм уның урынбаҫарҙарын һайлау; БР Д.Й. — Ҡ. даими ком‑тары, комиссиялары составын һәм уларҙың ҡарарҙарын раҫлау; БР Президентына ышанмаусанлыҡ (ышаныс) белдереү т‑да мәсьәләне хәл итеү; Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры, БР Прокуроры вазифаһына тәғәйенләүҙе хәл итеү; БР Конституция Суды Рәйесе, Рәйес урынбаҫары һәм судьялары вазифаһына тәғәйенләү; БР Президенты, БР‑ҙың башҡарма власы органдары ҡарамағына Президенттың хоҡуҡи акттарына, БР‑ҙың башҡарма власы органдарының норматив‑хоҡуҡи акттарына үҙгәрештәр һәм (йәки) өҫтәмәләр индереү йәиһә уларҙы ғәмәлләштермәү т‑да тәҡдимдәр индереү; Президенттың, башҡарма власть органдарының акттарына суд тәртибендә ялыу биреү; РФ Дәүләт думаһында закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғын тормошҡа ашырыу; парламент тикшереүҙәре һәм тыңлауҙары үткәреү; Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил, Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына тәғәйенләү һәм вазифаһынан бушатыу; БР-ҙың Контроль-иҫәп палатаһын төҙөү; РФ һәм БР Конституция Судтарына мөрәжәғәттәр ҡабул итеү; мировой судьялар, Федерация Советы ағзаһын — БР Д.Й. — Ҡ. вәкилен һайлау; дәүләт наградалары, почётлы исемдәр булдырыу һ.б. инә. БР Д.Й. — Ҡ. ойоштороу, хоҡуҡи, мәғлүмәти, матди-техник эшмәкәрлеген Секретариат тәьмин итә. Рәсми ваҡытлы баҫмаһы — “Ведомости Государственного Собрания — Курултая, Президента и Правительства Республики Башкортостан”. 1‑се саҡырылыш БР Д.Й. — Ҡ. депутаттарын һайлау 1995 й. үткәрелә, 2‑се — 1999, 3‑сө — 2003, 4‑се — 2008.

Рәйестәре: М.А.Зайцев (1995 й. алып), К.Б.Толкачёв (1999 й. алып).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика