БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ВӘКИЛЛЕКТӘРЕ, ижт.-сәйәси, сауҙа‑иҡт., фәнни‑техник, мәҙәни һәм гуманитар хеҙмәттәшлек мәсьәләләре б‑са Башҡортостан Республикаһы мәнфәғәтен, РФ субъекттары терр‑яларында һәм сит илдәрҙә үҙ компетенцияһы сиктәрендә уның сәйәси‑хоҡуҡи һәм иҡт. мәнфәғәтен яҡлаусы юридик шәхестәр. БР Конституцияһына, РФ һәм БР‑ҙың закондары һ.б. норматив юридик акттарына ярашлы эш итәләр. БР Президенты эштәре идаралығына буйһоналар.

РФ Президенты эргәһендәге БР‑ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиллеге — БР һәм Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары араһында эш итеү өсөн булдырылған башҡарма власть органы. 1991 й. БССР МС‑ы ҡарары м‑н СССР МС‑ы һәм РСФСР МС‑ы эргәһендәге БССР МС‑ының даими вәкиллеге булараҡ ойошторола, 1992 й. алып РФ Президенты эргәһендә, 1994 й. — БР‑ҙың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, 2000 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

БР в.: даими — Санкт-Петербургта, Силәбе өлкәһендә (икеһе лә 1997 й. асылған), Свердловск өлкәһендә (2002); РФ субъекттарында: Һарытау өлкәһендә, Краснодар крайында (икеһе лә — 2004), Ханты- Манси авт. округында (2005), Ярославль өлк. (2009); сит илдәрҙә — РФ‑тың Ҡаҙағстандағы һәм Төркиәләге Сауҙа вәкиллектәре эргәһендә (икеһе лә — 2007); БР‑ҙың Калининград өлк. вәкиле (2008). Силәбе өлк. Магнитогорск ҡ., Ырымбур өлкәһендә (икеһе лә — 2004—08), Калининград өлк. (2005—08), сит илдәрҙә — Австрияла (1997—2010), АҠШ‑та (1998—2010), Германияла (2001—10) БР в. эшләгән. Ш. уҡ ҡара: Башҡорт вәкиллектәре.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика