Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл '/images/010/1675_1-bashadmin.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл '/images/010/1675_2bashfizickarta.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл '/images/010/1675_1-bashadmin.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл '/images/010/1675_2bashfizickarta.jpg'

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ, Башҡортостан (БР), Рәсәй Федерацияһы субъекты. Көньяҡ Уралда урынлашҡан. Төньяҡта Пермь крайы, төньяҡ‑көнсығышта Свердловск өлкәһе, көнсығышта Силәбе өлкәһе, көньяҡта Ырымбур өлкәһе, көнбайышта Татарстан Респ., төньяҡ‑көнбайышта Удмурт Респ. м‑н сиктәш. Волга буйы федераль округына инә. Майҙаны — 142,9 мең км2. Баш ҡалаһы — Өфө. 1917 й. 15 нояб. Башҡортостан автономияһы булараҡ ойошторола, 1919 й. 20 мартынан алып — БАССР. 1990 й. 11 окт. БАССР ЮС‑ы Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул иткәндән һуң, БАССР БССР — Башҡортостан тип үҙгәртелә, 1992 й. 25 февр. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. 54 административ районды, 21 ҡаланы, 2 ҡала тибындағы ҡасабаны үҙ эсенә ала (2009). Респ. башлығы — Башҡортостан Республикаһы Президенты. Дәүләт власының юғары закондар сығарыу органы булып Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тора, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, урындағы идара һәм урындағы үҙидара органдары, суд власы — башҡарма органдар. Дәүләт телдәре — башҡорт теле һәм урыҫ теле. Ҡануниәткә ярашлы дәүләт символикаһы, район һәм ҡалалар символикаһы ҡабул ителгән.

Халҡы — 4072,3 мең кеше, ш. иҫ. 1172,3 мең башҡорт (2010). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 28,6 кеше/ км2. Урбанизация — 64%; иң ҙур ҡалалар — Өфө (1071,6 мең кеше), Стәрлетамаҡ (273,4), Салауат (156,1), Нефтекама (121,7), Октябрьский (109,5 мең кеше). Халыҡтың милли составы (%): урыҫтар — 36,3, башҡорттар — 29,8, татарҙар — 24,1, сыуаштар — 2,9 һ.б. БР‑ҙа 130 милләт вәкиле йәшәй, Башҡортостан халыҡтарының төрлө яҡлап үҫеүенә йүнәлтелгән милли сәйәсәт тормошҡа ашырыла. Диндарҙарҙың күбеһе ислам, православие динен тота.

Башҡортостан терр‑яһы, башҡорттар (ҡара: Башҡорт) т‑да тәүге мәғлүмәттәр 9 б. ғәрәп яҙма тарихи сығанаҡтарында (Ибн Руста, Ибн Фаҙлан, Ибн Хордадбех, Иҙриси, Сәлләм Тәржемән һ.б. әҫәрҙәрендә) телгә алына. Б.э. 2‑се мең йыллығында башҡорт ырыуҙары берләшмәләре барлыҡҡа килә. 13 б. башында Башҡортостан терр‑яһы Монгол империяһының Жуси улусы, һуңыраҡ Алтын Урҙа, ул тарҡалғандан һуң, Ҡазан ханлығы, Себер ханлығы, Нуғай Урҙаһы составына инә. Терр‑яның күпселек өлөшө 16 б. уртаһында, Урал аръяғы өлөшө 16 б. аҙ.—17 б. башында Рус дәүләте составына инә (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы). 16 б. аҙ. Өфө өйәҙе ойошторола. Төбәкте колониялаштырыуҙың көсәйеүе, үҙәк һәм урындағы властарҙың башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын боҙоуы, һалым һәм йөкләмәләр артыуы башҡорт ихтилалдарына (17—18 бб.) килтерә, улар һөҙөмтәһендә хөкүмәт башҡорттарҙы крепостной крәҫтиән категорияһына күсереү, көсләп христианлаштырыу пландарынан баш тарта, уларҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғын таный. 1798 й. идара итеүҙең кантон системаһы индерелә. Революция (1917) илдәге демократик үҙгәрештәргә алып килә. Башҡорт милли хәрәкәте барышында Башҡорт мәркәз шураһы ойошторола, ул 1917 й. 15 нояб. Башҡортостандың милли-терр. автономияһын иғлан итә, Ә.Ә.Вәлидов етәкс. Башҡорт хөкүмәте, Башҡорт ғәскәре ойошторола. 1919 й. 20 мартындағы “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү” м‑н респ. совет власының үҙәк органдары тарафынан таныла. Башҡортостанда Граждандар һуғышы осоронда большевизм яҡлылар һәм Аҡтар хәрәкәте араһында көрәш бара, большевиктарға ҡаршы төрлө хөкүмәттәр (ҡара: Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты, Өфө Директорияһы) эшләй. Хәрби коммунизм шарттарында респ. крәҫтиәндәр күтәрелеше (1918—21) йәйелә. 1921—22 йй. аслыҡ һөҙөмтәһендә Башҡ. респ. һәм Өфө губ. халҡы 650 мең кешегә кәмей (дөйөм халыҡ һанынан 22%). Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1922 й. 14 июнендәге “Автономиялы Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы сиктәрен киңәйтеү тураһында” декреты б‑са АСБР составына Өфө губ. инә (ҡара: Оло Башҡортостан).

Индустриялаштырыу һөҙөмтәһендә 1932 й. ҡарата БАССР‑ҙа сәнәғәт өлөшө халыҡ хужалығының тулайым продукцияһының 50%‑ын тәшкил итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында БАССР эвакуацияланған пр‑тие һәм кешеләрҙе урынлаштырыу, фронтты ҡорал, яғыулыҡ, аҙыҡ‑түлек һәм кәрәк-яраҡ м‑н тәьмин итеү б‑са илдең төп төбәктәренең береһе була. Һуғыштан һуңғы осор респ. нефть сығарыу сәнәғәте, нефть эшкәртеү сәнәғәте һәм химия сәнәғәте үҫешенең юғары темптары м‑н характерлана. 50‑се йй. башында БАССР нефть сығарыу б‑са СССР‑ҙа — 2‑се, уны эшкәртеү б‑са 1‑се урынды биләй. 1952—53 йй. уртаса адм.-терр. берәмектәрҙе бүлеү б‑са эксперимент барышында Өфө өлкәһе һәм Стәрлетамаҡ өлкәһе айырыла. БР‑ҙың Европа һәм Азия сигендә физик‑геогр. урынлашыуы, океандарҙан алыҫ булыуы, Урал тауҙарының ышыҡ барлыҡҡа килтереүе геол. һәм тектоник төҙөлөш, климат, рельеф, гидрографик селтәр, тупраҡ, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы үҙенсәлектәре м‑н айырылып торған тәбиғи райондар формалашыуын билдәләй: Башҡортостандың Урал алды, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы, Башҡортостандың Урал аръяғы. Уникаль тәбиғәт комплекстарының күп төрлөлөгөн һаҡлау өсөн дөйөм майҙаны 1226 мең га (респ. майҙанынан 8,5%) булған махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре ойошторола. Тәбиғәт ресурстарының төрлөлөгө милли иҡтисад үҫешенә булышлыҡ итә. Ҡайһы бер файҙалы ҡаҙылмалар (агрономик мәғдәндәр, таш тоҙ, пирофиллит, минераль һыуҙар, баҡыр колчеданы мәғдәндәре, йөҙләү таштары һ.б.) запасы б‑са БР РФ‑та алдынғы урынды биләй. Запастар б‑са дәүләт комиссияһы тарафынан 1250 файҙалы ҡаҙылма ятҡылығы, ш. иҫ. 194 нефть һәм тәбиғи газ, 900‑ҙән ашыу металл булмаған файҙалы ҡаҙылмалар, 104 ер аҫты һыуҙары ятҡылығы, иҫәпкә алынған (2009).

Башҡортостан — индустриаль‑аграр республика. Төп макроиҡтисад күрһәткестәре б‑са РФ субъекттарының тәүге унауһы иҫәбенә инә: 2007 й. тулайым төбәк продукты 381,6 млрд һум (9‑сы урын), РФ субъекттарының йыйылма тулайым төбәк продукты етештереүҙә БР‑ҙың өлөшө 2,1% тәшкил итә; ауыл хужалығы продукцияһы етештереү б‑са — 4‑се, торлаҡты сафҡа индереү б‑са — 6‑сы, ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше б‑са 7‑се урынды биләй. Респ. төп капиталға аҡса йәлеп итеү һәм һалыуға (РФ б‑са 10‑сы урын), фән ҡаҙаныштарын күпләп талап итеүсе технологияларға йүнәлтелгән инвестиция сәйәсәте алып барыла. БР Урал иҡтисади районына инә. А.х. үҫемлекселектә иген, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, картуф һ.б., малсылыҡта ит, һөт етештереүгә махсуслаша. Йылҡысылыҡ һәм умартасылыҡ үҫешкән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 7340,2 мең га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 3680,2, көтөүлектәр — 2364,4, сабынлыҡтар — 1252,4 (2009). Респ. иҡтисады күп тармаҡлы. Яғыулыҡ‑энергетика комплексы (ш. иҫ. яғыулыҡ сәнәғәте), нефть эшкәртеү, химия һәм нефтехимия сәнәғәте, машиналар эшләү, урман сәнәғәте (ш. иҫ. ағас әҙерләү сәнәғәте һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте) сәнәғәттең махсуслашыу тармаҡтары булып тора. Нефть сығарыу күләме б‑са респ. РФ‑та — 9‑сы, уны эшкәртеү һәм нефть продукттарын етештереү б‑са — 1‑се (нефть эшкәртеү, автомобиль бензины, дизель яғыулығы, яғыулыҡ мазуты етештереүҙең 7—16%‑ы), троллейбустар сығарыу б‑са — 4‑се, автобустар сығарыу б‑са 5‑се урынды биләй. РФ‑та етештерелгән каустик соданың — 19%‑ын, изобутил һәм бутил спиртының — 53%‑ын, кальцинирланған соданың 58%‑ын етештерә, илдә берҙән‑бер аҡ ҡором һәм аш содаһын етештереүсе булып тора. БР‑ҙың инфраструктураһы, төҙөлөш комплексы үҫешкән. Яңы пр‑тиелар (Өфө трансформатор, быяла з‑дтары, Учалы р‑нындағы эзбиз‑цемент комб‑ты), соц. объекттар, торлаҡ әүҙем төҙөлә. Тимер юлдарҙың оҙонлоғо 1,5 мең км тәшкил итә, автомобиль юлдары — 34,8 мең км, суднолар йөрөй торған эске һыу юлдары — 932 км, магистраль үткәргес торбалар — 9,4 мең км (2008). 2008 й. тимер юл транспорты м‑н — 31,4 млн т, автомобиль транспорты м‑н — 126,1, үткәргес торба транспорты м‑н — 106,9, йылға транспорты м‑н 2,5 млн т йөк ташылған. Респ. терр‑яһындағы тәбиғи шарттар, тәбиғәт объекттары һәм мәҙәни мираҫ объекттарының һаҡланыуы туризм, хеҙмәтләндереү сфераһын үҫтереүгә булышлыҡ итә.

РФ бюджетына һалымдар һәм йөкләмәләр йыйыу б‑са БР Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында 3‑сө урында тора (2009). БР‑ҙың геосәйәси хәле халыҡ‑ара бәйләнештәр үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Башҡортостан — Рәсәйҙең иң ҙур экспортёр төбәктәренең береһе, 90‑дан ашыу ил (Бөйөк Британия, Германия, Ҡаҙағстан, Нидерланд, Төркиә һ.б.) м‑н тышҡы иҡтисад бәйләнештәре тота. БР‑ҙың РФ тышҡы сауҙа әйләнешендәге өлөшө — 1,2% (15‑се урын), ш. иҫ. экспорт — 1,7% (РФ‑та 11‑се урын), импорт — 0,3% (30‑сы урын). Социаль сәйәсәт халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә, халыҡ һаулығын һаҡлауға, сәләмәт йәшәү рәүешен булдырыуға һ.б. йүнәлтелгән. Респ. мәғариф системаһына 1810 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 3014 дөйөм белем биреү мәктәбе, ш. иҫ. филиал хоҡуғында 802 һәм дәүләткә ҡарамаған 5 мәктәп, 111 башланғыс профессиональ белем биреү учреждениеһы, 76 дәүләт һәм дәүләткә ҡарамаған 20 урта профессиональ белем биреү йорто, 42 юғары уҡыу йорто (ш. иҫ. филиалдар), шуларҙың 30‑ы (18 филиал) дәүләт уҡыу йорто, ш. иҫ. Авиация техник университеты, Аграр университет, Башҡорт дәүләт университеты, Медицина университеты, Нефть техник университеты, Педагогия университеты, Сәнғәт академияһы һ.б. инә. 199 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы, 51 муз., 19 художество, 70 сәнғәт мәктәбе, 128 спорт мәктәбе һәм спорт клубы һ.б. эшләй (2008). БР‑ҙа 63 ойошма фәнни эшмәкәрлек м‑н шөғөлләнә (2008). РФА‑ның Өфө фәнни үҙәге һәм БР‑ҙың Фәндәр академияһы ин‑ттарында фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр алып барыла (ҡара: Фән). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау системаһы 453 учреждениены үҙ эсенә ала: 177 дауахана, 199 амбулатория‑поликлиника, 12 әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау учреждениеһы, 3 ашығыс медицина ярҙамы станцияһы, 25 диспансер, 9 махсус типтағы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы, мед. үҙәге, 2 гигиена һәм эпидемиология үҙәге һ.б. 22 шифахана‑курорт учреждениеһы эшләй. 10313 спорт ҡоролмаһы иҫәпләнә, 128 спорт төрө үҫтерелә, 1,2 млн кеше физик культура һәм спорт м‑н шөғөлләнә (2008). БР‑ҙа төрлө сәнғәт төрҙәре үҫешә: архитектура, балет, биҙәү‑ҡулланма сәнғәте, кино (ҡара: Кино селтәре), музыка, театр, хореография, һынлы сәнғәт (графика, рәсем сәнғәте, скульптура, сценография һ.б.), цирк сәнғәте һ.б. 12 театр, ш. иҫ. Башҡорт драма театры, Урыҫ драма театры, Опера һәм балет театры һ.б., 5 филармония, ш. иҫ. Башҡорт филармонияһы, Нефтекама, Сибай, Стәрлетамаҡ, Учалы филармониялары; “Башҡортостан” к/ ст, “Башҡортостан” ТРК‑һы, Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Халыҡ ҡоралдары милли оркестры, Милли симфоник оркестр, Өфө циркы, 1076 музей, ш. иҫ. Милли музей, Нестеров М.В. исемендәге художество музейы, Хәрби дан музейы һ.б., 20‑гә яҡын сәнғәт галереяһы эшләй (2008). Ижади берекмәләр бар: Композиторҙар союзы, Рәссамдар союзы, Театр эшмәкәрҙәре союзы, Яҙыусылар союзы һ.б. Музыкаль фестивалдәр һәм конкурстар, үҙешмәкәр ижад фестивалдәре һәм конкурстары, театраль фестивалдәр һәм конкурстар, ш. иҫ. Нуриев Р. исемендәге халыҡ‑ара балет сәнғәте фестивале, һ.б. даими үткәрелә. 2466 мәҙәни‑ял учреждениеһы иҫәпләнә (2006): ауыл, район, ҡала мәҙәниәт һарайҙары, улар ҡарамағында ҡыҙыҡһыныу буйынса клубтар, үҙешмәкәр сәнғәт ижады түңәрәктәре, халыҡ театрҙары, оркестрҙар, бейеү ансамблдәре һ.б. эшләй. Халыҡ китапханалары селтәре бар; Милли китапхана фондында бөтә белем өлкәләре б‑са 20‑нән ашыу телдә 3,1 млн ашыу һаҡлау берәмеге иҫәпләнә. Китап нәшер итеү эше (80‑дән ашыу нәшриәт эшләй), киң мәғлүмәт саралары үҫешә.

Тәрж. Г.М.Яҡупова


 
         
         
         
         
         

 

Яндекс.Метрика