БАШҠОРТОСТАН ПРОЛЕТАР ЯҘЫУСЫЛАР АССОЦИАЦИЯҺЫ, БАПП, Рәсәй пролетар яҙыусылар ассоциацияһының респ. әҙәби ойошмаһы. 1928 й. нояб. Өфөлә 1‑се ҡала пролетар яҙыусылар конф. ойошторола. 1932 й. тиклем эшләй. Ассоциацияның төп бурысы: башҡорт әҙәбиәтендә соц. идеологияны раҫлау. Ойошманың матбуғат органдары булып “Әҙәби удар” гәз., “Үктәбер” ж. (ҡара: “Ағиҙел”) тора. Ойошма эше м‑н президиум етәкселек итә, уның составына Б.Ишемғол (рәйес), С.Л. Кирьянов (1‑се секретарь), С.Агиш (2‑се секретарь), К.Ғирфанов, Ғ.Д.Дәүләтшин, Д.Юлтый инә. БАПП м‑н Ғ.Ғүмәр, С.Ҡудаш, Ш.И.Типеев, Ғ. Хәйри, Т.Йәнәби эшмәкәрлеге бәйле. Ассоциация йәш ижади көстәр үҫешенә, әҙәби тәнҡит формалашыуына һәм респ. нәшриәт эше үҫешенә булышлыҡ итә. БАПП нигеҙендә 1934 й. Яҙыусылар союзы ойошторола.

З.Ә.Нурғәлин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика