“БАШҠОРТОСТАН ПИОНЕРҘАРЫ” Төбәк балалар йәмәғәт ойошмаһы, балалар һәм үҫмерҙәрҙең ижади мөмкинлектәрен үҫтереү һәм тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторола. Өфөлә урынлашҡан. 1990 й. Респ. балалар йәмәғәт ойошмаһы булараҡ төҙөлә, 2010 й. хәҙ. статусын ала. “Пионер ойошмалары союзы — балалар ойошмалары федерацияһы” Халыҡ‑ара ойошмаһы, “Гражданлыҡ йәмғиәте — балаларға” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы, “БР- ҙың коммерция булмаған берләшмәләр ассамблеяһы” Респ. йәмәғәт ойошмаһы, Респ. йәштәр хәрәкәте ағзаһы. БР‑ҙың 63 муниц. берәмегендә филиалдары бар. “Алтын Бал ҡорто донъяһы”, “Мираҫҡа ҡалған ерҙең балалары”, “Өләсәйем һандығы”, “Батырҙар”, “Балалар йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе”, “Йәмәғәт ойоштороусылары мәктәбе”, “Өсөнсө мең йыллыҡ пионерҙары” һ.б. программаларҙы тормошҡа ашыра.

И.Н.Антонова, Г.А.Рященко

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика