БАШҠОРТОСТАН НЕФТЕХИМИЯ КОМПАНИЯҺЫ, Башнефтехим”, нефть эшкәртеү пр‑тиеһы. 1945 й. Өфөлә Башҡ‑н нефть комб‑ты (1940 й. нигеҙләнгән) базаһында “Башнефтезаводы” тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1946 й. алып берекмә. 1957 й. Нефтехимия һәм нефть эшкәртеү б‑са идаралыҡҡа үҙгәртелә, 1963 й. башлап “Башнефтехимзаводы” ПБ (1980— 88 йй. терр. берекмә). 1994 й. алып “Б.н.к.” ААЙ, 2010 й. ябыла. Составына “Башкирнефтепродукт”, Өфө нефть эшкәртеү заводы, “Уфанефтехим”, “Уфаоргсинтез”, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы пр‑тиелары ингән. 1999 й. 15 меңгә яҡын кеше эшләгән. Автомобиль бензиндары, дизель яғыулығы, һатыу өсөн мазут, ацетон, полипропилен, полиэтилен, фенол, этил спирты һ.б. етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарылған. Пр‑тие м‑н Н.Р.Сәйфуллин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.