АБАЗОВ Фәнис Фәметдин улы (30.6.1949, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Борай а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2002). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1993), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984). Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) 2‑се Борай урта мәктәбе уҡытыусыһы, дир., 1981—2007 йй. Борай р‑ны хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы. 1985 й. алып БДУ-ның Бөрө филиалында (2010 й. башлап белем биреү технологияһы каф. мөдире) эшләй. Фәнни хеҙмәттәре уҡыусыларҙы хеҙмәт м‑н тәрбиәләү проблемаларына арналған. 55‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Подготовка сельских школьников к трудовому образу жизни. М., 1997; Трудовая подготовка сельских школьников в условиях социально‑экономических преобразований: теория, практика, перспективы. Челябинск, 2000; Предпринимательство в системе общего, начального профессионального образования. М., 2006.

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

 

Текст на русском языке

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018