Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/B/BASH_YUGNY_URAL.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/B/BASH_YUGNY_URAL.jpg'

БАШҠОРТОСТАН (КӨНЬЯҠ) УРАЛЫ, Урал тауҙарының Юрма тауы (1002 м, Силәбе өлк.) киңлегенән алып БР‑ҙың көньяҡ адм. сигенә тиклемге өлөшө. Майҙаны — яҡынса 36 мең км2. Урал йыйырсыҡлы өлкәһенә тура килә, унда респ. Төп Урал һынылышы м‑н сикләнгән Үҙәк Урал ҡалҡыуы һәм Магнитогорск мегасинклинорийы айырылып тора. Үҙәк Урал ҡалҡыуы Башҡорт мегантиклинорийы, Йылайыр синклинорийы һәм Уралтау зонаһынан тора. Б.(К.)У. геол. үҫешендә рифей-венд (һуң протерозой), палеозой һәм мезозойкайнозой этаптары айырыла. Рифейҙа, Көнсығыш Европа платформаһының ситке өлөшө батыу һөҙөмтәһендә, Үҙәк Урал ҡалҡыуы урынында диңгеҙ барлыҡҡа килә. Терриген-карбонат тоҡомдарының ҡалын ҡатламдары тупланыуы (13 км ашыу) периодик рәүештә ҡалҡыуҙар (ҡайһы ваҡыт магматизм м‑н оҙатылған) м‑н өҙөлөп тора. Венд аҙағында, байкал йыйырсыҡлығы осоронда, тауҙар барлыҡҡа килә. Палеозойҙа тауҙар емерелеп, Үҙәк Урал ҡалҡыуы урынында (көнсығыш өлөшөндә — ордовик— силурҙа, көнбайышында — девон— пермдә) яңынан диңгеҙ барлыҡҡа килә. Иртә палеозойҙа, ер ҡатламы ярылыу һөҙөмтәһендә, Магнитогорск мегасинклинорийы урынында палеоокеан барлыҡҡа килә, ултырмалар тупланыу ер аҫты, утрауҙар дуғаһы һәм ер өҫтө вулканизмы м‑н оҙатыла. Бөтә терр‑ялағы Герцин йыйырсыҡлығы ер ҡатламының блоклап күсеп йөрөүе, тауҙар яһалышы, әсе интрузиялар үтеп инеүе һәм метаморфизм м‑н характерлана. Көнсығыш Европа платформаһы сигендә Урал алды бөгөлө барлыҡҡа килә. Мезозой—кайнозойҙа тауҙарҙың емерелеүе, пенепленизация һәм ҡалын ашалыу ҡатлауҙарының формалашыуы күҙәтелә. Кайнозойҙа терр‑яның күтәрелеүе хәҙ. Б.(К.)У. барлыҡҡа килеүгә, йылғалар уйылыуына һәм йылғалар селтәре хасил булыуға булышлыҡ итә. Шарьяж теорияһына ярашлы, Урал йыйырсыҡлы өлкәһе тектоник пластиналарҙың горизонталь хәрәкәте һәм бер-береһе өҫтөнә өйөлөүе һөҙөмтәһендә формалаша. Терр‑яның рельефы субмеридиональ йүнәлештә йәйелеүгә, йыйырсыҡлы структураларҙың эрозияһы һәм денудацияһына бәйле. Б.(К.)У. абс. бейеклеге — 1640 м (Ямантау). Төньяҡ өлөшөндә иң бейек һырттар урынлашҡан: абс. бейеклеге 1383 м булған Машаҡ (Широкая тауы), 1327 м — Нәре, 1185 м (Оло Шаршалыбейек тауы) — Әүәләк, 1427 м (Оло Шелом тауы) — Егәлгә, ш. уҡ абс. бейеклеге 1582 м булған Оло Ирәмәл тауы. Күсәр ролен үтәгән һәм һыу айырғыс булған Уралтау һырты көнсығышҡа табан күскән, уға параллель рәүештә Ҡурҡаҡ, Ҡырҡтытау, Ирәндек һырттарынан торған тауҙар теҙмәһе урынлашҡан. Ағиҙел й. киңлек ағышы б‑са рельеф төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәргә бүленә. Төньяҡ өлөшө меридиональ һәм субмеридиональ йүнәлештә йәйелгән һырттарҙан — Алатау, Елмәрҙәк, Юрматау, Баштау, Егәлгә һ.б. тора. Һырттарҙың тигеҙләнгән түбәләрендә таш ишелмәләре булған яланғас киртләстәр таралған. Көньяҡ өлөшө йылға үҙәндәренең ҡуйы селтәре м‑н бүлгеләнгән Йылайыр яйлаһын тәшкил итә. Көнбайышта карбонат тоҡомдарында рельефтың карст формалары: мәмерйәләр, ярлауҙар, упҡындар һ.б. үҫешкән. Б.(К.)У. файҙалы ҡаҙылмаларға бай: тимер (Туҡан һәм Арша ятҡылыҡтары), полиметалл мәғдәндәр, алтын, барит (Ҡужа ятҡылығы), флюорит (Соран ятҡылығы), магнезит (Ҡыҙылташ һәм Исмаҡай ятҡылыҡтары), Ерҙә һирәк элементтар, декоратив һәм биҙәү таштары (гранит, йәшмә, кварцит, мәрмәр, порфирит, серпентинит, родонит һ.б.). Көнбайыш һәм көнсығыш битләүҙәр климаты формалашыуға Уралдың меридиональ торошо йоғонто яһай. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары көнбайышта 600—700 мм тәшкил итә, көнсығышта — 450—500 мм, көньяҡта — 350—400 мм. Көнбайышта ғин. уртаса т‑ра −15,5°С, көнсығышта −16,5°С, тауҙарҙа −17°С; июлдә — ярашлы рәүештә 18°С, 17,5°С, 16°С.

Ирәмәл—Ямантау—Көньяҡ Урал гидроузелында Йүрүҙән, Әй, Урал, Кесе һәм Оло Ҡыҙыл, Һаҡмар, Ағиҙел, Кесе һәм Оло Нөгөш, Кесе һәм Оло Инйәр, Эҫем, һикәлтәле үҙәнле һәм секундына 1,2—1,3 м тиҙлек м‑н ағыусы башҡа йылғалар башлана. Тупрағы йоҡа ҡатламлы, еңел механик составлы. Һоро тау‑урман (1600 мең га), примитив органоген ҡырсынташлы (яҡынса 1000 мең га), ҡара тау тупраҡтары (540 мең га), кәҫле көлһыу тау‑урман тупрағы (171 мең га), көрән тау‑урман (102 мең га), тау‑тундра, тау‑болон тупраҡтары (79 мең га) һәм кәҫле‑карбонатлы тау‑урман тупрағы (31 мең га) таралған. Терр‑яның 76%‑ын урман ҡаплаған. Һырттарында ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә, ландшафт асимметрияһы хас. Тауҙарҙа һәм терр‑яның көнбайыш өлөшөндә ландшафтары киң япраҡлы (ҡарама, йүкә, саған), ҡара ылыҫлы, көнсығышта асыҡ ылыҫлы (ҡарағас, ҡарағай) урмандарҙан тора; һырт битләүҙәре ҡыр сейәһе, селек ҡыуаҡлыҡтары м‑н ҡапланған. Көньяҡта тау‑урман далаһы йәйелгән. Хайуандар донъяһы тайга‑урман (өс бармаҡлы тумыртҡа, сел, һуйыр, мышы, осар тейен, һоро айыу, һыуһар, әлгәнйәк һ.б.) һәм дала (урман күгәрсене, ирлән, дала һыуыры, ҡарһаҡ, үр ҡуяны һ.б.) төрҙәренән тора. Һөрөнтө ерҙәр майҙаны 83 мең га тәшкил итә, сабынлыҡтар — 150 мең га, көтөүлектәр — 250 мең га. Б.(К.)У. Башҡорт ҡурсаулығы, Шүлгәнташ ҡурсаулығы, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы, Башҡортостан милли паркы, Мораҙым тарлауығы тәбиғи паркы ойошторолған. Белорет, Межгорье ҡҡ. урынлашҡан. Шулай уҡ ҡара: Башҡортостандың Урал алды, Башҡортостандың Урал аръяғы.

Н.П.Швецов, И.М.Япаров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика