“БАШҠОРТОСТАН ҠЫҘЫ”, ҡатын‑ҡыҙ һәм ғаилә өсөн ижт.-сәйәси һәм әҙәби‑нәфис журнал. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһы» ДУП‑ы. Өфөлә айына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тиражы — 12 мең дананан ашыу (2011). 1968 й. ғин. алып нәшер ителә. “Б.ҡ.” респ. ҡатын-ҡыҙҙарының дәүләт һәм йәмәғәт тормошонда ҡатнашыу мәсьәләләре, уларҙың хоҡуҡи, соц.‑иҡт., психологик проблемалары яҡтыртыла; әхлаҡ, тәрбиә, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау проблемалары б‑са мәҡ., йорт хужалығы һ.б. б‑са ғәмәли кәңәштәр баҫыла. Ҡатын‑ҡыҙ яҙыусылар, шағирәләр ижадына айырым иғтибар бүленә. Рубрикалары: “Мәшһүр ҡатындар”, “Аһ, был ҡатын-ҡыҙ”, “Ни хәлдәһең, ауыл?”, “Йөрәк дәрестәре”, “Үҫмер ҡыҙҙар мәктәбе”, “Атай абруйы”, “Редакция почтаһы”, “Өй йылыһы”, “Әҙибә”, “Бер йырҙың тарихы”, “Психолог кәңәше” һ.б. Баш мөхәррирҙәре: К.К.Кинйәбулатова (1968 й. алып), Р.С.Рөстәмова (1975 й. алып), Г.Юнысова (1978 й. алып), Й.С.Ильясова (1999 й. алып), Г.Ҡотаева (2014 й. алып).

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика