БАШҠОРТОСТАН КОМПЛЕКСЛЫ ЭКСПЕДИЦИЯҺЫ, 1928—32 йй. Башҡортостандың көнкүрешен, мәҙәни тормошон һәм төбәктең етештереү көстәрен үҫтереү перспективаларын өйрәнеү маҡсатында СССР ФА ойоштора. Экспедиция м‑н СССР ФА-ның Союз һәм авт. респ. тикшереү б‑са махсус ком‑ты эргәһендә булдырылған Башҡ. комиссияһы (рәйесе С.И.Руденко, һуңынан А.Х.Завадовский һәм Ю.К.Крауберг) етәкселек итә. 17 махсуслаштырылған отрядтан торған Б.к.э. эшендә 100‑ҙән ашыу ғалим, ш. иҫ. геолог М.Э.Ноинский, геоботаниктар И.М.Крашенинников, И.В.Новопокровский, геоморфолог А.А.Борзов, тупраҡ белгестәре А.М.Порубиновский, М.И.Рожанец, зоологтар В.П.Еленевский, С.И.Снигиревский, географ һәм картограф Ю.М.Шокальский, тел белгесе‑тюрколог Н.К.Дмитриев, археолог А.В.Шмидт, ҡатнаша. Экспедиция эшенә Башҡортостан ғалимдары: геоботаниктар А.Э.Линд һәм А.К.Носков, геологтар Г.В.Вахрушев, Д.Г.Ожиганов һ.б. йәлеп ителә. Геол. отряд тарафынан баҡыр һәм тимер мәғдәндәре, һоро күмер, янар һәүерташ ятҡылыҡтары асыла; респ. платформа өлөшөндә ултырма тау тоҡомдарының барлыҡҡа килеүе һәм фор ның нефтле булыу мөмкинлеге т‑да бер нисә фекер дәлилләнә; Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй һәм Йылайыр (көнбайыш өлөшө) кантондарының геол. карталары төҙөлә; 6,5 млн га ер тикшерелә, тупраҡты классификациялау б‑са эштәр башҡарыла, тупраҡ, сәсеү әйләнеше һәм тупраҡҡа эзбиз индереү карталары төҙөлә. Геоботаниктар Көньяҡ Уралдың төп үҫемлектәренең классификацияһын, Башҡортостанды ботаник‑географик районлаштырыуҙы эшләй; быға тиклем Башҡортостан терр‑яһында билдәле булмаған үҫемлек төрҙәре тасуирлана, 2200 экземплярҙан гербарий йыйыла, үҫемлек ресурстарын урынлаштырыу карталары төҙөлә, 1 млн га тирәһе майҙанда ауыл хужалығы ерҙәрен геоботаник тикшереү үткәрелә. Геоморфологик отряд Башҡортостандың Урал алды рельефын классификациялай һәм районлаштыра. Урал итәгендәге тигеҙлектәрҙе тикшереү СССР‑ҙа билдәле бер терр‑яны берҙәм план б‑са системалы геоморфологик өйрәнеүҙең беренсе тәжрибәһе булып тора. Гипсометрик тикшеренеүҙәр барышында БАССР‑ҙың рельефы картаһын төҙөү өсөн материалдар йыйыла. Метеорологик отряд Башҡортостандың климат картаһын төҙөй, 6 метеорологик станцияны йыһазландыра һәм Башҡ‑н игенселек ХК ҡарамағына тапшыра. Ағиҙел һәм Һаҡмар йй. басс. эшләгән гидрологтар йылға ағымының картограммаһын төҙөй һәм респ. терр‑яһында гидрологик районлаштырыу үткәрә; яҡынса һыу кадастрын төҙөй һәм шуның нигеҙендә ауыл райондары өсөн электростанциялар селтәре схемаһын, Белорет, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡҡ. һыу м‑н тәьмин итеү проекттарын әҙерләй. Экспедиция респ. хайуандар донъяһын һәм балыҡ ресурстарын өйрәнеүгә, уларҙы бәрәкәтле файҙаланыу һәм үрсетеүҙе ойоштороуға һиҙелерлек өлөш индерә. 5 млн га ашыу һунарсылыҡ биләмәләре тикшерелә, респ. һунарсылыҡ хужалығын ойоштороуҙың перспектив планы әҙерләнә. Умартасылыҡ б‑са отряд башҡорт бал ҡортон һәм төп баллы үҫемлектәрҙе тикшерә. Антропологик отрядтың эш программаһы респ. төрки һәм фин‑уғыр халыҡтары араһында антропологик, статистик‑иҡт., медик-биол., археологик, фольклор-лингв. тикшеренеүҙәрҙе, ш. уҡ уларҙың мәҙәниәтенең һәм көнкүрешенең бер‑береһенә йоғонтоһон өйрәнеүҙе үҙ эсенә ала. Башҡорттарҙы этнологик йәһәттән өйрәнеүгә Ғ.Ф.Вилданов етәкс. итә. Дмитриев (етәксеһе), Х.Билалов, Ғ.Й.Дәүләтшин, Н.Иҫәнбәт, З.Ш.Шакиров һ.б. составындағы фольклор- лингв. төркөм Тамъян‑Ҡатай, Арғаяш һәм Мәсәғүт кантондарында көҙәй (шайтан‑көҙәй ырыуы), мырҙалар, дыуан, ҡошсо, әйле (тырнаҡлы ырыуы), ҡатай (оло- һәм бала‑ҡатай) ҡәбиләләре телдәренең диалект үҙенсәлектәрен (ҡара: Башҡорт теленең диалекттары) өйрәнеү маҡсатында тикшеренеүҙәр үткәрә. Экспедиция ваҡытында йыйылған диалектология, фонетика, морфология һәм лексикология б‑са материалдар башҡ. теленең грамматикаһын эшләү өсөн нигеҙ була. Шмидт етәкс. археологтар төркөмө Ҡараабыҙ ҡаласығын, Бахмут ҡәберлеген, Чандар ҡаласығын ҡаҙып таба. Экспедицияның төп йомғаҡтары Крашенинников һәм С.Е.Кучеровская‑Рожанецтың “Башҡорт АССР‑ының үҫемлектәр донъяһы” (“Растительность Башкирской АССР”; 1941), Шмидттың “Фәндәр академияһы Башҡортостан экспедицияһының археологик эҙләнеүҙәре” [“Археологические изыскания Башкирской экспедиции Академии наук”; “Хозяйство Башкирии” (“Башҡортостан хужалығы”) ж., 1929, № 8—9] хеҙмәттәрендә, “Башҡорт АССР‑ы геологияһы буйынса материалдар” (“Материалы по геологии Башкирской АССР”; 1932) йыйынтығында һ.б. дөйөмләштерелә.

Ҡ.К.Кәримов

Тәрж. Г.Ғ.Ғәлиева

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика