“БАШНЕФТЬ” акционерҙар нефть компанияһы, ААЙ. БР, Ырымбур өлк., Татарстан, Удмуртия, Көнбайыш Себер терр‑яларында нефть һәм тәбиғи газ ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе тормошҡа ашыра; нефть һәм газ эшкәртеү, нефть машиналары эшләү, төҙөлөш индустрияһы һ.б. киң продукция ассортиментын етештерә. Өфөлә урынлашҡан. Составы: “Башнефть-Добыча” ЯСЙ, “Новойл”, Өфө нефть эшкәртеү заводы, “Уфанефтехим”, “Уфаоргсинтез”, “Башкирнефтепродукт”. 1999 й. яҡынса 51 мең кеше эшләгән. Продукцияһы БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла.

1935 й. “Востокнефть” тресын (1931 й. нигеҙләнгән) бүлеү һөҙөмтәһендә “Б.” тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1940 й. алып Башнефтекомбинат, 1945 й. — “Б.” берекмәһе, 1975 й. — “Б.” ПБ, 1995 й. хәҙ. статусын ала (“Б.” составына “БашНИПИнефть”, “Аксаковнефть”, “Арланнефть”, “Ишимбайнефть”, “Краснохолмскнефть”, “Октябрьскнефть”, “Туймазанефть”, “Уфанефть”, “Чекмагушнефть”, “Южарланнефть” НГДУ‑лары, Ишембай быраулау эштәре идаралығы, Өфө быраулау эштәре идаралығы, Туймазы быраулау эштәре идаралығы, Бөрө геол. эҙләнеүҙәр контораһы, Нефтекама нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы, Октябрьский нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы, Туймазы газ эшкәртеү заводы, Шкапов газ эшкәртеү заводы, Ҡуғанаҡ керамик кирбес заводы, Стәрлетамаҡ махсус нефть материалдары заводы һ.б. инә). 2000 й. ҡарата “Б.” тарафынан 250‑нән ашыу нефть ятҡылығы һәм газ ятҡылығы асылған, 37 мең скважина бырауланған, 1,5 млрд т нефть, 70 млрд м3 газ сығарылған; 4072,3 мең м2 торлаҡ, 80 балалар баҡсаһы, 11 шифахана-профилактика учреждениеһы, 13 ял базаһы һәм 20‑нән ашыу соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле объект төҙөлгән. РФ‑тың нефть һәм газ сығарыусы пр‑тиеларының тәүге унауһы иҫәбенә инә (1999), 20‑нән ашыу ил, ш. иҫ. АҠШ, Бельгия, Бөйөк Британия, Германия, Италия, Канада, Финляндия, Франция фирмалары, м‑н хеҙмәттәшлек итә. “Б.” белгестәре Алжирҙа, Афғанстанда, Вьетнамда, Иранда, Йеменда, Кубала, Сүриәлә, Һиндостанда нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙә ҡатнаша. Компания тармаҡта тәүгеләрҙән булып ҡатламға һыу ҡыуҙырыу м‑н ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү, ҡатлам баҫымын тотоу өсөн промыслала файҙаланылған һыуҙы ҡыуҙырыу, скважиналар селтәре тығыҙлығын ҡулайлаштырыу, горизонталь скважиналар төҙөү, ҡеүәтле станок- качалкалар, үҙәктән ҡыуыусы, электр ярҙамында батырылыусы насостар ҡуйыу, скважиналарҙы турбо- һәм электробурҙар м‑н быраулауҙы киң ҡулланыу, бәләкәй диаметрлы скважиналар ҡаҙыу, скважиналарҙы вышкаһыҙ, нефть һәм газ йыйыуҙың бер торбалы системаһын файҙаланыу, быялаланған һәм футерланған насос- компрессор торбаларҙы ҡулланыу, тоҙ һәм парафин ҡатламдарын бөтөрөү технологияларын үҙләштерә. Ленин (1966) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1982) орд. м‑н бүләкләнгән. “Б.” м‑н К.С.Баймөхәмәтов, С.И.Кувыкин, Г.П.Ованесов, Б.Ф.Сандурский, Е.В.Столяров, А.А.Трофимчук һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Әҙәб.: Башкирская нефть. М., 1982

К.С.Баймөхәмәтов, Л.У.Нәсибуллина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика