“БАШҠОРТОСТАН ЙӘШТӘРЕ”, ижт.‑сәйәси гәзит. ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑ты органы. Өфөлә аҙнаһына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. 1925 й. 27 мартынан 1930 й. 30 мартына тиклем (1926 й. 1 окт. алып 1928 й. 1 февр. тиклем — ике аҙнаға 1 тапҡыр журнал-гәзит булараҡ) нәшер ителә. “Б.й.” йәштәрҙең респ. ижт.- сәйәси тормошонда ҡатнашыуы хаҡында мәҡ. һ.б. материалдар, художестволы әҫ. өҙөктәр һ.б. баҫыла. Мөхәррирҙәре: Ғ.А.Ҡушаев (1925), Ғ.Амантай (1925), Р.Х.Мағазов (1927 й. алып), Ҡ.Х.Әбделмәнов (1928 й. алып), Д.Юлтый (1929 й. алып).

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика