“БАШНЕФТЕЗАВОДСТРОЙ”, торлаҡ, сәнәғәт, соц.-көнкүреш һәм мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар төҙөү пр‑тиеһы. 1945 й. Өфөлә “Башнефтезаводы” тресының 1‑се төҙөлөш-монтаж идаралығы базаһында “Б.” тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1989 й. “Б.” проект-төҙөлөш берекмәһенә үҙгәртелә, 1993 й. алып ААЙ, 2006 й. ябыла. Составына (бүлендек пр‑тиелар) 1—4‑се, 6‑сы төҙөлөш идаралыҡтары, ПМК, тимер-бетон изделиелар заводы, автотранспорт пр‑тиеһы; механизациялау, производство-технология комплектацияһы, проект-технология, торлаҡ-коммуналь идаралыҡтары ингән. Ял базаһы, спорт комплексы булған. 1999 й. 3528 кеше эшләгән. Төҙөлөш материалдары һәм конструкциялары етештергән. 2000 й. ҡарата “Б.” тарафынан дөйөм майҙаны яҡынса 6 млн м2 булған торлаҡ йорттар, 85 мәктәп, 133 мәктәпкәсә балалар һәм 40 мед. учреждениелары, 12 уҡыу һәм ғилми учреждение корпусы, Өфөләге бөтә НЭЗ‑дарҙың производство корпустары һ.б. төҙөлгән. Төркиә һәм Югославия төҙөлөш фирмалары м‑н хеҙмәттәшлектә Каруанһарай, Опера һәм балет театры, “Янғантау” шифаханаһы биналары яңыртылған, “Ләлә-Тюльпан” мәсете, “Президент-отель” төҙөлгән. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н (1966), “Партнёрство ради прогресса” Европа программаһының “Алтын Бөркөт” халыҡ-ара билдәһе м‑н бүләкләнгән (Франция, 1998). “Б.” м‑н М.С.Биғолов, А.Ф.Полак, А.М.Стариков, М.Г.Старцев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика