“БАШНЕФТЕГЕОФИЗИКА”, ААЙ. Нефть һәм тәбиғи газдарға эҙләнеү-разведка эштәре алып бара. Өфөлә урынлашҡан. Составы: 14 сейсмик разведка партияһы (ш. иҫ. Башҡортостанда 3, Төмән өлк. 11), 3 геофизика эштәре идаралығы, экспедициялар. Өфөлә Геофизика материалдарын эшкәртеү һәм интерпретациялау үҙәге, тематик партиялар, үҙәк геофизика лаб., производство хеҙмәте күрһәтеү базаһы һәм ярҙамсы бүлектәре урынлашҡан. 2009 й. 2702 кеше эшләгән. 1934 й. “Востокнефть” тресы геол. эҙләнеү контораһының геофизика цехы булараҡ ойошторола. 1940 й. алып Дәүләт көнсығыш электроразведка тресы, 1941 й. — Союз геофизика тресының Көнсығыш бүлеге; 1950 й. башлап трест, 1987 й. — хәҙ. исемде йөрөткән ПБ, 1993 й. хәҙ. статусын ала. “Б.” БР‑ҙың күп кенә нефть ятҡылыҡтарын һәм газ ятҡылыҡтарын асыуҙа һәм эшкәртеүҙә ҡатнаша. Гравиразведка, сейсморазведка, электроразведка һ.б. алымдар м‑н ялан геофизик эштәрен алып бара, промысла геофизик ысулдары м‑н скважиналарҙы тикшерә. Белоруссия, Ҡаҙағстан, Татарстан, Удмуртия, Свердловск, Төмән өлк. һәм Пермь крайы терр‑яларында геофизик тикшеренеүҙәр үткәрә. “Б.” м‑н С.Н.Миролюбов, Н.К.Юнысов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Р.Б.Болғаҡов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика