“БАШНЕФТЕГАЗПРОЕКТ” проект институты, “Стронег” ААЙ‑ның бүлендек пр‑тиеһы. Октябрьский ҡ. урынлашҡан. 1988 й. “Башнефтегазстрой” проект‑төҙөлөш берекмәһенең проект бүлеге булараҡ асыла, 1990 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 1991 й. хәҙ. статусын ала. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — торлаҡ‑граждан тәғәйенләнешле объекттар, инженер системалары һәм селтәрҙәре төҙөүҙе, реконструкциялауҙы һәм капиталь ремонтлауҙы проектлау. Институт составында 10 бүлек. 2011 й. 25 кеше эшләгән. Институт проекттары б‑са Бәләбәй, Октябрьский, Туймазы ҡҡ. һәм респ. башҡа торама пункттарында торлаҡ биналары һәм ижт.‑мәҙәни һәм көнкүреш тәғәйенләнешендәге объекттар, Югорск ҡ. торлаҡ кварталы, Нягань ҡ. Етем балалар өсөн үҙәк, Ханты‑Манси авт. округының Берёзово ҡасабаһында торлаҡ йорттар һәм спорт ҡоролмалары һ.б. төҙөлә. Идарасылары: В.Н. Суханов (1988 й. алып), И.М.Мөхәмәтов (2002 й. алып).

И.М.Мөхәмәтов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика