БАШҠОРТОСТАН ЙЫЛҒА ПАРОХОДСЫЛЫҒЫ. Волга-Кама басс. һәм Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге башҡа һыу басс. йылғалары буйлап пассажирҙар һәм туристар ташыуҙы ойоштора, ҡоро йөк ташыуҙы, мәғдән булмаған төҙөлөш материалдарын сығарыу һәм ташыуҙы тормошҡа ашыра (ҡара: Йылға транспорты). Өфөлә урынлашҡан. Составында бүлендек пр‑тиелар (бөтәһе лә — ЯСЙ): элемтә үҙәге, Өфө йылға порты, Суднолар ремонтлау-эшләү заводы, Бөрө йылға порты. 2010 й. 1146 кеше эшләгән.

1918 й. Өфө район һыу транспорты идаралығы булараҡ нигеҙ һалына; 1922 й. алып Волга һыу юлдары бәйләнеше округының Өфө агентлығы, 1923 й. — Волга дәүләт йылға пароходсылығының Ағиҙел урындағы флот идаралығы (1924 й. башлап Өфө тауар-пассажир флоты агентлығы, 1926 й. — Өфө коммерция‑файҙаланыу контораһы), 1932 й. — Дәүләт йылға транспортының Кама идаралығы составындағы Өфө район йылға транспорты идаралығы. 1936 й. Кама йылға пароходсылығынан Ағиҙел өлкә файҙаланыу контораһы бүленеп сыға, ул Ағиҙел йылға пароходсылығы итеп үҙгәртелә, 1994 й. алып ААЙ, 2005 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Пр‑тиела Рәсәйҙә тәүге тапҡыр үҙе йөрөмәгән судноларҙы этеү ысулы м‑н буксирлау ҡулланыла (1952). “Золотая колесница” милли йәмәғәт пр. лауреаты (2008, 2010).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика