“БАШМЕДЬСТРОЙ”, торлаҡ, производство һәм соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар төҙөү пр‑тиеһы. 1948 й. Сибай ҡ. “Башстрой” төҙөлөш идаралығының 1‑се һәм 2‑се төҙөлөш участкалары базаһында “Б.” тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1990 й. алып производство-төҙөлөш берекмәһе, 1995 й. — ААЙ, 2007 й. ябыла. Составына 1‑се (1970 й. нигеҙләнгән), 2‑се (1971), 4‑се (1991) төҙөлөш идаралыҡтары, тимер-бетон изделиелар з‑ды (1956), кирбес з‑ды (1951), производство- технология комплектацияһы (1972) һәм механизациялау һәм махсус эштәр (1975) идаралыҡтары, автотранспорт контораһы (1948), проектлау- эҙләнеү эштәренең комплекслы идаралығы (1989), “Стройсервис” пр‑тиеһы (1997), 545‑се ПМК (Баймаҡ ҡ., 1968), Йылайыр ПМК‑һы (1974) ингән. 1999 й. 1828 кеше эшләгән. “Б.” тарафынан Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты, Сибай балалар аҙығы һөт‑консерва комбинаты, Сибай ит комбинаты, Сибай кирбес заводы, Сибай ҡ., Хәйбулла р‑ны Аҡъяр а. аэропорттары һ.б. төҙөлгән.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018