“БАШМЕБЕЛЬ”, мебель етештереү пр‑тиеһы. 1959 й. Өфө фанер-мебель комб‑ты составындағы (1966 й. тиклем) мебель ф‑каһы булараҡ нигеҙ һалына. 1971 й. алып “Башҡортостан” мебель фирмаһы, 1975 й. — “Б.” Башҡ‑н мебель ПБ, 1986 й. — Өфө мебель комб‑ты, 1994 й. — “Башлеспром” ААЙ составындағы “Б.” ААЙ, 2005 й. ябыла. Составына Өфө (1966 й. нигеҙләнгән, баш пр‑тие), Мәләүез (1932), Благовещен (1950) мебель ф‑калары, Өфө йомшаҡ мебель ф‑каһы (1970) ингән. 1999 й. 1043 кеше эшләгән. Мебель комплекттары (корпус, йомшаҡ, йоҡо бүлмәһе, алғы бүлмә өсөн), күлдәк һәм эске кейем өсөн шкафтар, китап шкафтары, карауаттар, диван-карауаттар, аш һәм яҙыу өҫтәлдәре етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Тәрж. Г.А.Миһранова

 Текст на русском языке

Яндекс.Метрика